Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 19.04.2024, 01:05

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Год башкирского языка

Башҡорт теле йылы 

Распоряжение о проведении года башкирского языка

#БашҡортТелеЙылы
#БашҡортТелеКөнө
#МинБашҡортсаҺөйләшәм
Телен һаҡлаған халыҡ - илен яҡлаған халыҡ.
Р. Шәғәлиев
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә Башҡорт теле көнөнә туған телдәрендә шиғырҙар ятланылар.
Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе - үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың, үҙ рухы бар. Әсә телендә бала доньяны, донъя матурлығын белә башлай. Уның шул телдә фекерләү ҡеүәһе, бәйләнешле телмәре формалаша.
Әлфиә Ташбулатова

 

#БашЯз2020
#День Башкирского Языка2020
#БашҡортТелеКөнө2020
#БашТел2020
Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Тап ошо Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырындағы был юлдар һәр башҡорттоң гимнына әйләнергә хаҡлы.
14 декабрь - Башҡорт теле көнө билдәләнде, был көндә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмө ( тәрбиәселәр Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.) тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалманы. Балаларға башҡорт теленең матурлығын, нәфислеген, нескәлеген күрә белеү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан сығып бик күп эшмәкәрлектәр ойошторолдо. Балаларға әңгәмәләр " Мин башҡорт телендә һөйләшәм", " Беҙ башҡорттар", сюжетлы - ролле уйындар "Беҙ ҡунаҡта", дидактик һәм милли "Йәшерәм яулыҡ", "Наза" уйындарын уйнанылар, йәбештереү эшмәкәрлегендә "Башҡорт ҡыҙы беҙҙә ҡунаҡта", "Башҡорт халҡының биҙәүестәре" һәм шулай уҡ башҡорт телендә нәфис әҙәбиәттар менән таныштылар, тел тураһында шиғырҙар ятланылар.
Кесе йәштән балаларҙың күңелендә телебеҙгә ҡарата оло һөйөү йәшәгәндә генә ул үҙенең бәҫен юғалтмай быуындан - быуынға күсә килер. Шуға күрә барыбыҙҙың да маҡсаты башҡорт телен онотмау, уны тәрәнерәк өйрәнеү.
Әлфиә Ташбулатова

 

14 декабря - день башкирского языка воспитанники группы "Ак саска" знакомились с народными играми и культурой. Целью проведения данной познавательной деятельности стало пробуждение интереса к башкирскому языку и воспитание чувства гордости и любви за свою республику Башҡортостан. Дети занимались над автоматизацией звука Ш, придумали слова и выбирали картинки, составляли простые предложения на башкирском языке. Дети рассказали наизусть много чистоговорок на башкирском языке. Педагоги группы "Ак саска" радуются успехам своих воспитанников. Учитель - логопед Гульдар Рахимьяновна Елкибаева.

    

#Башҡорттҽлҽкөнө
#БашҡортТелейылы
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Туған тҽлҽбҽҙ - башҡорт тҽлҽ, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тҽл ул. Тҽл бөтһә, ул тҽлдҽң эйәһҽ булған халыҡ, милләт юғала. Туған тҽлҽн һаҡлау, үҫтҽрҽү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшҽү һәр кҽмдҽң изгҽ бурысы. Бына ошо тҽлгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм тҽлҽбҽҙҙҽң матурлығын, байлығын күрһәтҽү өсөн физик тәрбиә биреү дәрестәрендә етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа ҡоролған милли уйындар уйнау балаларҙың күңеленә хуш килде. Төп маҡсат итҽп балаларҙы башҡорт халҡының милли уйындары менән таныштырыу, һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшҽрәм яулыҡ”, “Алырмын ҡош, бирмәм ҡош” уйындары аша үҙ милләтҽңә һөйөү, зирәклҽк, таҫыллыҡ, отҡорлоҡ, сослоҡ, ойошҡанлыҡ тәрбиәләү, хәрәкәт әүҙҽмлҽгҽн үҫтҽрҽү алынды.

    

 

#башҡорттелейылы2020
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#башҡорттелекөнө2020
#ДеньБашкирскогоЯзыка2020
#БашҡортТеле2020
#Баштел2020
14 декабрь – башҡорт теле көнө билдәләнә. “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының “Толпар” төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә был саранан ситтә ҡалманылар. Был көндө тәрбиәселәр (Ҡоломбәтова Ф.Ш., Сабитова ЭМ.) “Айыу менән бал ҡорттары” тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте буйынса белем биреү эшмәкәрлеге ойошторҙолар. Дәрестә балалар әкиәт менән танышып, башҡорт балының файҙаһы тураһында әңгәмәләштеләр, керәҙ һәм бал ҡорттарын традицион булмаған ысул менән һүрәтленеләр. Әкиәт геройҙары аша балалар тәбиғәт тормошон өйрәнделәр, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белергә, уға һоҡланыу, һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәклеген аңланылар. Шулай уҡ балалар “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк-күк тирәк”, “ Йөҙөк һалыш”, «Күҙбәйләш» тигән башҡорт халыҡ уйындарынбигерәк тә яратып уйнап күңел астылар.

     

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
Эйе, ысынлап та башҡорт теленең һәр бер ауазы, өнө нәфис тә, яғымлы ла, наҙлы,тәрән һәм гүзәл. Тап ошо хаҡта барҙы Башҡорт теле көнөнә арналған "Бал ҡорто Нәҙекәйбил" тип исемләнгән телмәр төҙәтеү эшмәкәрлеге. Балалар бал ҡорто Нәҙекәйбил менән бергә башҡорт өндәренең үҙенсәлектәрен, яңғырашын, дөрөҫ әйтелешен нығыттылар. Киләсәктә улар туған телен хөрмәт итерҙәр, онотмаҫтар тип ышанам.
Уҡытыусы-логопед Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы

   

 

#Башҡорттелейылы
#Башҡорттелекөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Телмәр – телдең йәшәйеше, йәшәү формаһы, ҡулланылышы, телде файҙаланыу процесы.
Башҡорт балалар баҡсаһы булараҡ, телмәр үҫтереүҙә халыҡ педагогикаһын, башҡорт балалар әҙәбиәте өлгөләрен ҡулланам. Бигерәк тә телмәр үҫтереүҙә тиҙәйткестәр ятлауҙың роле ҙур. Тиҙәйткестәр баланың телмәр аппаратын күнектерә, уны тағы ла яҡшы һәм хәрәкәтсән итә. Уның телмәре дөрөҫ, тасуири, асыҡ, аңлайышлы була, ә бала үҙе киләсәктә уңыштарға ирешәсәк.Тиҙәйткестәрҙе ятлағанда бала үҙенең телмәрен тыңларға өйрәнә, һәр һүҙҙе, ижекте үлсәй, һүҙбәйләнештәр араһындағы бәйләнеште тойорға өйрәнә, интонациялағы, мәғәнәләге нескәлектәрҙе һиҙә башлай. Логопунктҡа йөрөгән балалар өйҙә ата-әсәләре менән башҡорт телендә тиҙәйткестәр ятлап телмәрен шымарттылар, дөрөҫ телмәр төҙөргә өйрәнделәр, сит телмәрҙе ҡабул итеү һәләтен камиллаштырҙылар. Афариндар!
Уҡытыусы-логопед Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы

 

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024