Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 28.03.2024, 22:23

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Год здоровья и активного долголетия

План мероприятий по проведению Года здоровья и активного долголетия в Башкортостане

“Һаулығым-байлығым” исемле яттан шиғыр һөйләүселәр онлайн-конкурсы

25-29 ғинуар көндәрендә Сибай ҡалаһы балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре араһында башҡорт төркөмдәре берекмәһе тарафынан Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған “Һаулығым-байлығым” исемле яттан шиғыр һөйләүселәр онлайн-конкурсы үтте. Был конкурс йәш быуында туған телгә, шиғриәткә ҡарата һөйөү уятыу, баланың телмәрен үҫтереү, шулай уҡ “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек" йылын асыу маҡсатында ойошторолдо. Бәйгелә бөтәһе 140 бала шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын һынап ҡараны. “Әкиәт”, “Аҡбуҙат”, “Баҙлауыҡ”, “Ҡояшҡай”, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының педагогтары бик әүҙем булып сыҡтылар, бер балалар баҡсаһынан 10-20 бала ҡатнашты. Афарин! Жюри ағзалары һәр бер эште ентекле ҡарап сыҡҡандан һуң, бер фекергә килеп, еңеүселәрҙе билдәләне. 2-5 йәшлек кескәйҙәр араһында беренсе урынды “Аҡһылыу” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Мусина Әминә ( тәрбиәсеһе Хәлитова Ә.Й.) һәм “Алтынай” балалар баҡсаһынан Ғибәҙуллин Арыҫлан (тәрбиәсеһе Ғибәҙуллина Ә.В.) бүлеште. 5-7 йәшлек конкурсанттар араһында “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Әбделғазина Айһылыу (тәрбиәсеһе Ҡолмөхәмәтова Р.Ю.) Гран-приға лайыҡ булды. Ә инде беренсе урын “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Аллабердина Нәйләгә (тәрбиәсеһе Тулыбаева Г.Ғ.) һәм “Тирмәкәй” балалар баҡсаһынан Байғужин Айгизгә (тәрбиәсеһе Ибраһимова Л.Р.) бирелде. Еңеүселәрҙе, бөтә бәйгеселәрҙе, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарҙы ҡотлайбыҙ. Күңелегеҙҙә һүҙ сәнғәтенә, әҙәбиәткә, шиғриәткә булған һөйөү һүнмәһен!


 

“Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” исемле һүрәттәр конкурсы


Быйылғы йыл Башҡортостанда – “Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек” йылы тип иғлан ителде. Ошо датаға арнап балалар баҡсаһында өлкән төркөм балалары араһында “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” исемле һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Конкурста бөтәһе 21 бала ҡатнашты. Балалар һаулыҡты һаҡлау өсөн дөрөҫ туҡланыу, әҙәп-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, физик яҡтан сынығыу, спорт уйындарын уйнау һ.б. темаларға һүрәттәр эшләнеләр.
26 март көнө конкурстың йомғаҡлау өлөшө үткәрелде. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Кулембетова Ф.Ш., Сабитова Э.М., физик тәрбиә биреү инструкторы Рәвилова Ә.В. балаларға “Һаулыҡты ҡайҙан табырға?” тип исемләнгән күңелле сара ойошторҙо. Байрамға “Ашнаҡсы”, “Табип”, балалар яратып ҡараған йәнһүрәтенән Лунтик килеп бик ҡыҙыҡлы уйындар уйнатты. Бөтә һынауҙарҙы ла кескәйҙәр уңышлы үтте, төрлө ситуацияны һәр яҡлап тулыһынса асырға тырыштылар. Әйтергә кәрәк, ярыштарҙың һәммәһе лә йөкмәткеле булды. Байрам һуңынан еңеүселәргә һәм һәр балаға иҫтәлеккә бүләктәр таратылды. Балалар баҡсаһы мөдире Розалия Ғәлийән ҡыҙы Иҙрисова балаларға һәр ваҡыт спортты яратыуҙарын, һаулыҡтың кеше өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнлеге тураһында тағы бер тапҡыр төшөндөрөп, иҫәнлек - һаулыҡ теләне.

   

 

"Һаулыҡ иленә сәйәхәт" исемле күңел асыу сараһы

Ошо көндәрҙә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында "Һаулыҡ иленә сәйәхәт " исемле күңел асыу сараһы үтеп китте. ( тәрбиәселәр Вәлитова Р. З. , Кәримова А. А.)
Был сараға иң сәләмәт, иң актив, иң өлгөр һәм дә иң аҡыллы балалар йыйылды.
Сара барышында улар үҙҙәренең көстәрен һынашып,төрлө уйындар уйнап,куңел асып, яҡшы кәйеф менән таралыштылар.

 

"Күңелле старттар"

Быйылғы йыл Башҡортостанда "Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек " йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан "Аҡбуҙат " балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә ( тәрбиәселәр Кунсбаева Л.Х., Юнусбаева Г.Г.) "Күңелле старттар " ойошторолдо. Ярышта ике команда көс һынашты. Тәүҙә командалар бер-береһен сәләмләп ,таныштырып үттеләр. Эстафета бик сәмле барҙы . Балалар үҙҙәрен ҡыйыулыҡта,етеҙлектә,сослоҡта һынап ҡаранылар . Барыһы ла бар көстәрен һалып ярыштылар, ә инде сара аҙағында тәмле приздар алып ҡыуандылар .

      

"Байлыҡ башы- һаулыҡ" аҙналығы

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Күбәләк" һәм "Бәпембә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре "Байлыҡ башы- һаулыҡ" тигән аҙналыҡ үткәрҙеләр. Һау сәләмәт булыу өсөн дөрөҫ туҡланыу, әҙәп,гигиена ҡағиҙәләрен үтәү шулай уҡ кеше һаулығына йоғонтоһо ҙур икәнен балаларға аңлатыу маҡсатында, төрлө эшмәкәрлектәр үткәрелде.Әңгәмәләр: "Кеше организмында витаминдар", "Нимә ул һаулыҡ",сюжетлы- ролле уйындар "Дарыухана", "Мин табип булам", дидактик уйындар "Серле тоҡ", "Файҙалы - зыянлы", "Спорт төрөн әйт" һ.б нәфис әҙәбиәт менән таныштылар.Аҙналыҡты йомғаҡлап саф һауала хәрәкәтле уйындар ойошторолдо.

   

"Байлыҡ-ҙур байлыҡ"

Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләре менән таныштырыу,
әҙәп, гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙең кеше һаулығына йоғонтоһон күрһәтеү, дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡҡа мөнәсәбәтле икәнен аңлатыу маҡсатынан "Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмөндә (тәрбиәселәре Ниғәмәтова А.И.,Ҡолмөхәмәтова Р.И.) бик күп саралар үткәрелде.
Һаулыҡ-иң ҙур байлыҡ. Һаулыҡ тураһында бәләкәйҙән ҡайғыртырға кәрәк. Сәләмәт, көслө рухлы балалар - илебеҙҙең киләсәге.

 

"Яҙғы спорт байрамы"

Балалар баҡсаһында балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өгөтләү, спорттың кеше организмына ыңғай йоғонтоһо тураһында төшөнсә биреү, физик күнегеүҙәр, уйындар, ярыштар аша етеҙлек, сослоҡ, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләү маҡсаты менән Яҙғы спорт ⚽ байрамы үткәрелде. Был байрам  балалар өсөн дә, тәрбиәселәр өсөн дә бик күңелле һәм фәһемле булды.

 

 
 

"Һаулығым - байлығым" конкурсы

Сибай ҡалаһының башҡорт  балалар  баҡсаһы араһында үткәрелгән  "Һаулығым - байлығым" конкурсында "Бәпембә" һәм "Күбәләк" төркөмө тәрбиәләнеүселәре Аллабердина Нәйлә (тәрбиәсе Тулыбаева Г. Ғ.) 1 урын, Йыһангирова Эльмира (Тулыбаева Г. Ғ.) 3 урын, Мостафина Айлина (Солтанова Ф. Ә., Иҙрисова Р. Х.) 3 урын яуланы. Афарин, балалар!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Уңыштар һеҙгә!

 

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024