Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 16.06.2024, 20:45

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

2020 - 2021 уҡыу йылы

 

БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ АЙҠАНЛЫ ТӨРКӨМДӘРҘӘ ОЙОШТОРОЛҒАН САРА

"БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ "
#БашҡортТелейыл
Туған тҽлҽбҽҙ -  башҡорт тҽлҽ, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тҽл ул. Тҽл бөтһә, ул тҽлдҽң эйәһҽ булған халыҡ, милләт юғала. Туған тҽлҽн һаҡлау, үҫтҽрҽү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшҽү һәр кҽмдҽң изгҽ бурысы. Бына ошо тҽлгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм тҽлҽбҽҙҙҽң матурлығын, байлығын күрһәтҽү өсөн физик тәрбиә биреү дәрестәрендә етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа ҡоролған милли уйындар уйнау балаларҙың күңеленә хуш килде.  Төп маҡсат итҽп балаларҙы башҡорт халҡының милли уйындары менән таныштырыу, һөйөү тәрбиәләү  йәһәтенән “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшҽрәм яулыҡ”, “Алырмын ҡош, бирмәм ҡош” уйындары аша үҙ милләтҽңә һөйөү, зирәклҽк, таҫыллыҡ, отҡорлоҡ, сослоҡ, ойошҡанлыҡ тәрбиәләү, хәрәкәт әүҙҽмлҽгҽн үҫтҽрҽү алынды.

   

  



БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА ОЙОШТОРОЛҒАН САРАЛАР

"БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ"

#БашҡортТелеКөнө
Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр. 14 декабрь көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында ла башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында саралар ойошторолдо. Был көндө күп кенә кескәйҙәр балалар баҡсаһына башҡорт күлдәктәрен кейеп, биҙәүестәрен тағып килделәр. Әлбиттә, кескәй баланың эске донъяһы формалашыуында, быуаттар аша һаҡланып килгән йолалары, милли уйындар, халыҡ ижады мөһим роль уйнай. Ошо күҙлектән сығып был көндө тәрбиәселәр балаларға халҡыбыҙҙың кәсеп - шөғөлөн, мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәтеүгә, милли уйындарын уйнатыуға, шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙылған шиғырҙарын һөйләтеүгә күп көс һалды. Иң мөһиме балаларҙа үҙ теленә һөйөү, ғорурланыу хисе уятты.
Ысынлап та, ата - бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине!

   

   


"МИЛЛИ КЕЙЕМДӘР КӨНӨ​"

# МойНациональныйКостюм
#учусьвнациональномкостюме
#миллимираҫ
#милликостюм
10 сентябрь "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында Милли кейем көнө үткәрелде. Был көндө бәләкәстәр үҙҙәре лә башҡорт милли кейемдәрен кейеп, биҙәүестәрен тағып килделәр. Балалар башҡорт халҡының милли кейемдәре, биҙәүестәре менән таныштылар, һүрәт төшөрҙөләр, милли кейемдәге ҡурсаҡтар менән ихлас уйнанылар. Милли кейемебеҙгә булған иғтибар һәм хөрмәт тағы ла нығыр тип ышанабыҙ.

  

   


СИБАЙ ҠАЛАҺЫНЫҢ 65- ЙЫЛЛЫҠ ЮБИЛЕЙЫНА  ҠАРАТА  ОЙОШТОРОЛҒАН

САРАЛА МИЛЛИ КҮРГӘҘМӘ ҺӘМ ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТӘРЕ 

  

     

 

 

 

 
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июнь 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024