Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.07.2024, 06:06

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Год Семьи

План мероприятий в 2024 году Года Семьи МДОБУ "ЦРР - детский сад "Акбузат"

 

#Ҡурсаҡтерапияһы
#Проектэше
#Йомғаҡлаусараһы
#Ҡурсаҡуйнайбыҙ
#Әкиәттәряратам
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Күгәрсентөркөмө

24 апрель көнө "Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмө (тәрб. Ҡолмөхәмәтова Р. И., Ташбулатова Ә. Ә.) балалары һәм ата - әсәләре менән берлектә проект эшен йомғаҡлау сараһына йыйылды. Проекттың темаһы Ғаилә йылына ярашлы һайланды һәм "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы социалләштереүҙә ҡурсаҡ терапияһын ҡулланыу" исем менән аталып, уҡыу йылы барышында төрлө эштәр башҡарылды. Бының өсөн һәр ата- әсә ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар алып килделәр. Балаларҙың улар менән ихлас уйнанылар, уйын барышында төрлө кисерештәре артты, уйынсыҡ образдар аша балала театрлаштырылған уйындар уйнау теләге арта ғына барҙы. Ҡурсаҡтар йәнләнә, терелә генә бара һәм өндәр, мимика, телмәр менән оҙатылып барып, сәхнәләштерә башлай, һәр бер персонаждың образын нисек күҙ алдына килтерә, шулай уны уйнаттылар. Шулай итеп, алған маҡсат-бурыстарыбыҙға ирешеп, йомғаҡлау сараһына Әсәйҙәр тарафынан сәхнәләштерелгән "Тирмәкәй" әкиәте беҙҙең күңелдәргә хуш килде. Балалар өсөн был бик шатлыҡлы күренеш булды, ә әсәйҙәр инде, үҙҙәрен ысын әртистәр кеүек хис итеп, әкиәтте бик оҫта башҡарҙылар. Тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә яуапһыҙ ҡалманы, йырҙар йырлап, бейеүҙәр бейеп, һәм дә инструменталь ансамбль менән сығыш яһап, бик матур концерт күрһәттеләр. (Муз. етәксеһе Ҡунаҡбаева Г. Р.)

      

 

#Ғаиләйылы2024
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Ҡояшҡайтөркөмө
#Проектэше
Рәсәй президенты Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә ғаилә йылы тип иғлан итте. Шуға бәйле беҙҙең төркөмдә "Только вместе, только дружно, помогать природе нужно!" проекты өҫтөндә эш алып барыла. Бөгөнгө көндә көнүҙәк тема. Был проект балаларҙа тәрбиәүи, ә өлкәндәрҙә планетабыҙ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тойғоһо уятыу мөмкинлеген бирә.
"Ҡояшкай" төркөмө тәрбиәселәре, Ф.Ә. Солтанова, Э. Ф. Япанова, балалар һәм ата-әсәләр менән берлектә был эште тормошҡа ашыра.
Проектта төрлө саралар: һыу менән тәжрибәләр, рәсем дәрестәре, балалар менән әңгәмәләр, ата - әсәләр өсөн консультациялар( буклеттар, папка-раскладушкалар), акциялар, уйындар алынды. Проекттың киләһе сараһы "Һыу менән тәжрибә" үткәрелде, балаларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

   

 

Ғаиләне яҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ошо йәһәттән Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ҙур сара ойошторолдо. “Бәхетнамә” тапшырыуына сарабыҙҙың биҙәге, төп ҡунаҡтары булып балалар баҡсаһының хәҙерге ваҡытта тормош иптәштәре СВОла хеҙмәт иткән һәм күп балалы әсәйҙәр саҡырылды. Әсәйҙәргә Султанова Фәнзилә Әсҡәт ҡыҙының “Традицион булмаған һүрәтләү ысулдары” мастер – классы бик хуш килде. Ә балалар баҡсаһының мөдире Иҙрисова Розалия Ғәлийән ҡыҙының Стрельникова буйынса тын алыу гимнастикаһы осрашыуға тағы ла йәм өҫтәне. Осрашыу педагог-психолог Аметова Рәйлә Марат ҡыҙының күңелле уйындары һәм файҙалы кәңәштәре менән һуғарылып барылды.
“Бәхетнамә” тапшырыуы фотосессия һәм сәй табыны менән тамамланды. Саҡырылған ҡунаҡтар киләсәккә матур пландар ҡороп таралыштылар.
Бөтә ғаиләләр ҙә маҡтауға, ололауға лайыҡ. Тормошта бит иң мөһиме ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Һәр ғаиләлә сабый тауышы тынмаһын, ел-дауылдар урап үтһен, тыныс тормошта, татыулыҡ та һәм именлектә йәшәргә яҙһын!

         

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июль 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024