Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.07.2024, 10:52

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Консультационный центр для родителей

                                                                                                                                                                                                                                                                                          

Хөрмәтле ата- әсәләр!

"Бала үҫтереү үҙәге - "Акбуҙат" балалар баҡсаһында 2 айҙан  8 йәшкә тиклемге балалар баҡсаһына йөрөмәгән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) өсөн

консультатив  ярҙам күрһәтеү маҡсатында консультацион үҙәк эшләй башланы.

Әгәр ҙә  бала тәрбиәләүҙә һеҙҙе ниндәйҙер һорау борсой икән,  шылтыратығыҙ     8(34775) 5-46-46, килегеҙ, шулай уҡ балалар баҡсаһының сайты аша һорауҙарығыҙға яуап ала алаһығыҙ.  
Имя отправителя *:
E-mail отправителя *:
Тема письма:
Текст сообщения *:
Код безопасности *:

 

Балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәр, белгестәр ярҙамы - бөтөнләй түләүһеҙ!

 Килегеҙ, яҙылығыҙ, шылтыратығыҙ!Ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ!

Үҙәктең етәксеһе балалар баҡсаһының педагог –психологы Әмәтова Рәйлә Марат ҡыҙы. “Тамсыҡай” консультация үҙәге ҡала кимәлендә “Иң яҡшы консультация үҙәге” конкурсында ҡатнашып, 3 урынды яуланы.

Билдәле булыуынса, балалар барыһы ла мәктәпкәсә белем-тәрбиә алырға тейеш. Ләкин билдәле сәбәптәр арҡаһында (бала йыш ауырый, финанс көрсөгө, ғаилә хәлдәре, пандемия осоро һ.б.) өйҙә ултырыусы балалар һаны көндән-көн арта бара. Ошо хәлгә ҡалған балалар өсөн, уларҙы тәрбиәләүсе ата - әсәләргә (законлы вәкилдәргә) баланы дөрөҫ тәрбиәләүҙә, килеп тыуған һорауҙарға яуап табырға ярҙам итеү – консультацион үҙәктең төп бурысы.

Диагностик, методик һәм консультацион ярҙамды балалар баҡсаһында эшләүсе педагогтар, белгестәр  күрһәтәләр. “Тамсыҡай” консультацион үҙәге эшләү дәүерендә бөтәһе  62 ғаиләгә консультацион ярҙам күрһәткән. Ә пандемия осоронда апрель - май айҙарында 115 дистацион эш ойошторған.

Айырыуса ата-асәләрҙе баланы мәктәпкә әҙерләү, уның эмоциональ торошо һәм телмәр үҫешендә булған етешһеҙлектәр йышыраҡ борсой. Белгестәр тарафынан баланы ҡарағандан һуң ата-әсәләргә төрлө тәҡдимдәр йүнәлтмәләр бирелә.

Был  үҙәккә хатта күрше Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура районндарынан, Өфө ҡалаһынан ярҙам һорап ата-әсәләр мөрәжәғәт иттеләр. Үҙәккә килә алмаған ҡайһы бер ата-әсәләргә онлайн аралашыу мөмкинселеге бирелде.

Әгәр ҙә һеҙҙе бала тәрбиәләүҙә ниндәйҙер һорауҙар борсой икән шылтыратығыҙ, шулай уҡ,  балалар баҡсаһының сайтына инеп һорауҙарығыҙҙы ҡалдыра алаһығыҙ. Балалар баҡсаһында эшләүсе белгестәр ярҙамы бөтөнләй түләүһеҙ, кесаҙна 14.00-15.00 сәғәткә тиклем  ойошторола.

Килегеҙ!Яҙығыҙ!Шылтыратағыҙ! Ярҙам итергә һәр саҡ әҙербеҙ!

 

  

 

 

Отзывы родителей(законных представителей)

 

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июль 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024