Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.07.2024, 10:32

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 4
Гостей: 4
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Новости

 

Добавить новость

#Всекувыркомилишоуначинается
#Сибай концерт-театр берекмәһенә
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Бөгөн "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәр: Хәсәнова Ә. Ш., Кунсбаева Л. Х., Султанова Ф. Ә.) Сибай концерт-театр берекмәһенә Игорь Цунскийҙың «Все кувырком или шоу начинается! " спектакленең премьераһын ҡарарға барҙылар.
Йәш тамашасылар мажаралы һәм ғәжәйеп сәйәхәткә сыҡтылар, ә иң мөһиме, театрға барырҙан алда, унда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һәм  йәмғиәт транспортында юл хәүефһеҙлеге  ҡағиҙәләрен үтәүҙе иҫтәренә төшөрҙөләр. Премьера йәш тамашасылар өсөн бик оҡшаны һәм ҡыҙыҡлы булды. Артистарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

      

Просмотров: 3 | Добавил: akbuzat | Дата: 02.07.2024 | Комментарии (0)

#ҺаулыҡАҙналығы
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Балалар баҡсаһында балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өгөтләү, спорттың кеше организмына ыңғай йоғонтоһо тураһында төшөнсә биреү, физик күнегеүҙәр, уйындар, ярыштар аша етеҙлек, сослоҡ, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләү маҡсаты менән һаулыҡ аҙнаһы айҡанлы "Күңелле старттар" ( тәрбиәселәр Кунсбаева Л.Х., Хәсәнова Ә.Ш. ) үткәрелде. Был байрам балалар өсөн дә, тәрбиәселәр өсөн дә бик күңелле һәм фәһемле булды.

      

Просмотров: 5 | Добавил: akbuzat | Дата: 01.07.2024 | Комментарии (0)

#ХәтерһәмҠайғыкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Был йылдарҙа мәңге онотолмаҫ,
Шаңдауҙары китер алыҫҡа.
Яу яландарын үткән олатайҙарҙың
Васыяттары беҙҙең намыҫта:
*"Донъялар имен торһон!"*

22 июнь - илебеҙҙә Хәтер көнө үткәрелә.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә (тәрбиәселәр Ташбулатова Ә. Ә., Кунсбаева Л. Х.) Хәтер көнө уҙҙы. Был йәһәттән мәңгелек утҡа маҡсатлы экскурсия ойошторолдо. Балалар бындай саралар аша Тыуған иле, тыуған ере тыныслығы өсөн һуғыш яланында ятып ҡалыусылар, еңеп ҡайтыусылар тураһында белемдәрен нығыттылар.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.

   

Просмотров: 2 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.06.2024 | Комментарии (0)

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

#СалауатЮлаевтыңтыуғанкөнө

16 июнь башҡорт халҡының милли батыры, яугир, шағир - импровизатор Салауат Юлаевтың тыуына 270 йыл. Халҡыбыҙҙың тарихында бөйөк эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм Тыуған иле мәнфәғәтенә тоғролоҡ билдәһе булған батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр быуындан - быуынға күсеп килә.

Киләсәк быуыныбыҙҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, көслө рухлы бөйөк шәхестәребеҙҙең лайыҡлы вариҫтары булырға әйҙәү маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән (тәрбиәселәр Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.) геройҙың бюсына экскурсия ойошторҙо. Кескәйҙәр башҡорт халҡының милли геройының тормош юлы, ижады менән танышты. Салауат рухы - беҙҙең күңелдәрҙә!

Просмотров: 6 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.06.2024 | Комментарии (0)

#12июньРәсәй көнө

#12июняДеньРоссии

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

12 июнь - илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә. Был иреклек, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм кешеләрҙең килешеп йәшәү байрамы.Ошо байрам айҡанлы "Бәпембә" төркөмөндә төрлө эшмәкәрлектәр үткәрелде.Был көн балалар өсөн фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды.

Просмотров: 7 | Добавил: akbuzat | Дата: 12.06.2024 | Комментарии (0)

#Хәүефһеҙлекҡағиҙәләре

#Һаҡланғандыһаҡлармын

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

 Йәйге осорҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нығытыу һәм үтәү маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә эшмәкәрлектәр ойошторолдо. 

Һаҡланғанды - һаҡлармын, тигәндәй, онотмайыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен. Һаҡ булайыҡ, уяу булайыҡ, балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Просмотров: 7 | Добавил: akbuzat | Дата: 11.06.2024 | Комментарии (0)

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

#Безопасность

#Тормошхәүефһеҙлеге

Балаларҙың хәүефһеҙлеге йәмғиәттә проблемаларҙың береһе булып тора. Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, шуға ла уларҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү беҙҙең төп бурыс.

Бөгөн өлкәндәр төркөмөндә хәүефһеҙлекте булдырмау саралары тураһында әңгәмә, уйындар уйналынды. Темаға ярашлы балалар һүрәт төшөрҙөләр. 

Балалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәрҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Просмотров: 10 | Добавил: akbuzat | Дата: 07.06.2024 | Комментарии (0)

#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы 

#ХушлашыуИртәлеге

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында 12-се һәм 6-сы төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәр: Аҫылбаева М.Ә.,Тулыбаева Г.Ғ ., Ташбулатова Ә.Ә.,Кульмухаметова Р.И.) өсөн ике көн рәттән “Белем иленә сәйәхәт” тип исемләнгән Хушлашыу иртәлектәре үтте. Балаларҙы Белем илендә фиксиктар үҙҙәренең төрлө һынауҙары, дәртле уйындары, фәһемле мәсьәләләре менән ҡаршы алһалар, ә бына инде музыка етәксеһе ( Ҡунаҡбаева Г.Р.) менән өйрәнгән күңелле йыр – бейеүҙәре байрамға тик йәм өҫтәнеләр.Бына шулай шаулап – гөрләп балаларыбыҙҙың мәктәпкәсә баласаҡтары тиҙ генә үтеп тә китте. Киләсәктә мәктәп һынауҙарын да еңел, уңышлы үтерҙәр тип ышанып ҡалабыҙ.

Беҙҙән һеҙгә теләктәр шул

Бик тырышып уҡығыҙ

Һеҙгә һаулыҡ, уңыш теләп

Ҙур юлға оҙатабыҙ!

Просмотров: 11 | Добавил: akbuzat | Дата: 30.05.2024 | Комментарии (0)

#ПатриотикТәрбиәБиреү  

#БеҙТыныслыҡөсөн 

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре, ата - әсәйҙәр һәм тәрбиәселәр (Сабитова Э.М.,Абдуллина Р.Й.) менән берлектә музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ғаилә йылына арнап "Булһын ерҙә тыныслыҡ!" тип исемләнгән ижади проект эше алып барҙы. Йомғаҡлау сараһы булып балаларҙа хәрби - патриотик тәрбиә биреү маҡсаты аҫтында байрам үтте. Күңел асыу сараһында кескәйҙәр атай - әсәйҙәре, тәрбиәселәре менән берлектә үҙ ҡулдары менән әрме темаһына китапсыҡтар әҙерләнеләр, байрам күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр, фәһемле шиғырҙар менән оҙатылып барҙы. Проект эшенең бер өлөшө булып торған ҡул эштәре күргәҙмәһе, тәҙрәләрҙе биҙәп торған ҡартатайҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәре тағы ла байрамға йәм өҫтәне. Байрам "Шайморатов - Генерал" флешмобы менән тамамланды.

Просмотров: 14 | Добавил: akbuzat | Дата: 16.05.2024 | Комментарии (0)

#Мыпомним
#Мыгордимся
#СпасибозаПобеду
#АкбузатдетскийсадСибай
#ПлетениеМаскировочныхсетей
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә.
Тик Еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә,
Уны яулап ҡаһармандар
Көрәште бергә.

      

Просмотров: 14 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.05.2024 | Комментарии (0)

1 2 3 ... 66 67 »

 

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июль 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024