"Бала үҫтереү үҙәге - "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында юл хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса дәртле, күңелле, фәһемле, шул уҡ ваҡытта бик ҡыҙыҡлы ҙур сара үтте.Байрамға 8-се һанлы урта мәктәптең 2-се "А" класы ҡунаҡҡа килде.Телмәр төҙәтеү төркөмө тәрбиәселәре (Ҡолмөхәмәтова Р.И., Ниғәмәтова А.И.,) һәм музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) балаларҙы төрлө юл ҡағиҙәләре менән таныштырһалар, ә бына инде ҡунаҡҡа килгән Светофор дуҫыбыҙ төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, йомаҡтар аша балаларҙың юл хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен арттырҙы.Ҡунаҡҡа килгән мәктәп уҡыусыларына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ә инде кескәй дуҫтарыбыҙға, ата - әсәйҙәргә тағы ла берҙе киҫәтәбеҙ: Юлда һаҡ булығыҙ!
|