Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.04.2024, 15:01

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Патриотическое воспитание

 

#Атайҙаркөнө
#"Атаһыбарҙыңбәхетебар"
#"Аҡбуҙат"балаларбаҡсаһы
Ғаиләлә атайҙың абруйын күтәреү, бала һәм атай араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыу, атайҙарға ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә атайҙар көнөнә арнап "Атаһы барҙың, бәхете бар" исемле белем биреү эшмәкәрлеге ойошторолдо. Тәрбиәләнеүселәр өсөн был көн бик фәһемле, файҙалы һәм күңелле үтте.

   

#БашҡортостанРеспубликаһыКөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#ДеньРеспублики
#ДетскийсадАкбузат
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмендә( тәрбиәселәре Ниғәмәтова А.И.,Ҡолмөхәмәтова Р.И.) тыуған төйәгебеҙгә, шәхестәренә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү маҡсатында Республика көнөнә арналған байрам сараhын үткәрҙек. Балаларҙың йыр- бейеүҙәре, шиғырҙары, халыҡ уйындары сараға йәм генә өҫтәне.
Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡотлайбыҙ һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! 

            

#СДнемРеспублики
#РеспубликаКөнөМенән
#ПатриотическоеВоспитание
Патриотическое воспитание дошкольников - это не только воспитание любви к родному дому, семье, детскому саду, городу, родной природе, культурному достоянию своего народа, своей нации, толерантного отношения к представителям других национальностей, но и воспитание уважительного отношения к труженику и результатам его труда, родной земле, защитникам Отечества, государственной символике, традициям государства и общенародным праздникам. С этой целью, в детском саду "Акбузат" прошли спортивные мероприятия, посвящённые Дню Республики Башкортостан.

         

Мин бәхетле бала, тиеп
Ергә оран һалабыҙ.
Ғәзиз тыуған илебеҙгә
Мәңге тоғро ҡалабыҙ – ти “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.Ошо көндәрҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр(Аҫылбаева М.Ә.,Юнысбаева Г.Ғ.,Ташбулатова Ә.Ә.,Хасанова Ә.Ш.,Ҡунысбаева Л.Х.,Иҙрисова Р.Х.) һәм музыка етәксеһе(Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәр менән берлектә Башҡортостан көнөнә арналған асыҡ сара үткәрҙеләр.Республика тураһында белемдәрен арттырыу, дәүләт символдары тураһында төшөнсә биреү, тыуған илебеҙгә, еребеҙгә, милләт - ара татыулыҡҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү байрамдың маҡсаты булып торҙо. Кескәйҙәр йыр һәм шиғырҙар аша тыуған илебеҙгә ҡарата булған хис - тойғоларын еткерһәләр, ә инде бына дәртле бейеүҙәр һәм фәһемле уйындар байрамға тик йәм өҫтәне.
Байрам менән дуҫтар! Илебеҙ тыныс ,күгебеҙ аяҙ булһын!

      

#Миллибелембиреүаҙналығы
#БашҡортостанГөлбостан
#"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында милли белем биреү аҙналығы үтте. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре актив ҡатнаштылар. Был аҙналыҡта төрлө эшмәкәрлектәр, милли уйындар ойошторолдо, "Башҡортостан буйлап сәйәхәт" сараһы үткәрелде, Салауат Юлаев бюсына маҡсатлы экскурсияға барҙыҡ. Аҙналыҡ балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

      

11 октябрь көнө Башҡортостанда Республика көнөн билдәләйбеҙ. Был йәһәттән "Толпар" төркөмөндә байрам иртәлеге үтте. Балалар республика тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Уйындар ҙа тап республика көнөнә арналған ине. Саранан балалар яҡшы кәйеф, тыуған яҡҡа ғорурлыҡ тойғолары менән ҡайтты.

         

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024