Балалар баҡсаһында 8 март Халыҡ - ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы иртәлектәр үткәрелде. Балалар музыка етәкселәре, тәрбиәселәр менән әсәйҙәр, өләсәйҙәр өсөн күңелле бейеүҙәр, дәртле йырҙар, шиғырҙар өйрәнделәр. Балалар был байрамға һүрәт төшөрҙөләр һәм үҙ ҡулдары менән бүләктәр әҙерләнеләр. Тәрбиәселәр әсәйҙәргә ниндәй генә уйындар әҙерләмәгәндәр: “Ярманы айыр”, “Балаңды ҡулынан таны”, “Тылсымлы моҡсай”, “Мин иң матуры”, “Йомғаҡты ура”, “Бәпәйҙе ура” һ.б. Ҡыҙыҡлы уйындарҙа әсәйҙәр балалары менән бик әүҙем ҡатнаштылар.
|