Йәй миҙгеленең йәмле, емешкә бай, ҡояш нурҙарына күмелгән бер көнөндә иң изге байрамдарҙың береһе – Ғаилә көнө билдәләнә. Бала үҫтереү үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында был көн оло байрам булып үтте. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең ғаиләһе тураһында төрлө һүрәттәр төшөрҙөләр, ғаилә ҡиммәттәре, бөгөнгө заман һәм тәрбиә үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләшеп алдылар. Музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) , тәрбиәсе (Сабитова Э.М.) кескәйҙәр менән берлектә “Матур ғаилә – ил ҡото” тип исемләнгән күңел асыу сараһы ойошторҙолар. Күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр байрамға йәм өҫтәһә, ә инде ҡыҙыҡлы һәм фәһемле уйындар күңелдәрҙе күтәрҙе.
Ғаилә - бала өсөн тәүге мәктәп, ул унда беренсе һабаҡтарын ала, донъяны, кешеләрҙе, милләтен яратырға өйрәнә. Шундай зирәк, аҡыллы, уңған, һау – сәләмәт балалар тәрбиәләгән атай – әсәйҙәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
|