#УрокЭколят #ДрузьяЗемли #ЕрБеҙҙеңЙортобоҙ
Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән "Йәш тәбиғәт һаҡсылары" дәресендә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы "Аҡ сәскә" төркөмө лә ҡатнашты. Кесе йәштән үк балаларға тәбиғәттең матурлығына һоҡланыу уятыу, шул уҡ ваҡытта уны һаҡлай белеү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған дәрес балаларға бик оҡшаны. Сөнки "Тәбиғәтте һаҡлау- үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау",- тигән төшөнсәне балалар яҡшы аңлай.