Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 03.05.2024, 18:38

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

15:05

Балаларҙың һаулығын һаҡлау - балалар баҡсаһының төп бурыстарының береһе. Коррекцион белем биреү эшмәкәрлегендә мин дә һаулыҡ һаҡлау технологияларына ҙур урын бирәм. Һаулыҡ аҙналығы сиктәрендә логопунктҡа йөрөгән балалар менән "Күк Ирәндеккә сәйәхәт" исемле ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге ойошторҙом. "Сәйәхәт" барышында балаларға күк төҫтәге бик күп әйберҙәр осраны. Белеүебеҙсә, төҫтәр балаларҙың эмоциональ торошона ҙур йоғонто яһай, ә күк төҫ инде уларҙы тынысландыра, психик һәм физик көсөргәнеште сисә, иммунитетты күтәрә. Шулай итеп, күк төҫтәге әйберҙәргә иғтибар итеп балаларҙың һаулығын нығытыуға булышлыҡ иттем. Балалар Марблс таштары менән уйнанылар, тел һәм бармаҡтарҙы күнектерҙеләр, һүҙҙәрҙе ижеккә бүлделәр, өндәрҙе ишетергә өйрәнделәр, "Дүртенсе артыҡ" уйынын уйнанылар. Мауыҡтырғыс "сәйәхәттән" бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Уҡытыусы - логопед Уразбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы

 

Просмотров: 125 | Добавил: Hobit | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Ноябрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024