Әсә! Әсәй! Әсәкәйем! Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә гәзиз, изге зат юктыр. Күпме наҙ, күпме йылылык бар был һүҙҙә. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Космонавтар" төркөмөндә лә Әсәйҙәр көнөнә арналған сара үтте. Балалар әсәйҙәрен ҡотлап йырҙар йырланылар, бейенеләр, шиғыр ятланылар. Күңелле уйындар ҙа сараға йәм өҫтәп ебәрҙе.