#Россия
#ДеньФлага
#РеспубликаБашкортостан
#Сибай
#Акбузат
Билдәле булыуынса, 22 август - Рәсәй флагы көнө билдәләнә. Ошо ваҡиғаға арнап ҡала кимәлендә АНО "Зауралье" тарафынан бик фәһемле фестиваль ойошторолдо.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы ла саранан ситтә тороп ҡалманы. Өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Алтынбаева Ая (етәксеһе - Юнысбаева Г. Ғ.) Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырын тасуири һөйләп 1-се урын яуланы. Афарин, Ая! Яңы үрҙәр, уңыштар юлдаш булһын һиңә!
|