#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Юлхәрәкәтеҡәғиҙәләре
#Ҡояшҡайтөркөмө
9 ноябрь көнө ҡала масштабында үткәрелгән акцияға ярашлы "Юл ҡағиҙәләре көнө" сараһында "Ҡояшҡай" төркөмө балалары ла актив ҡатнаштылар ( тәрбиәселәр Солтанова Ф. А. һәм Япанова Э. Ф.).
Дидактик һәм сюжетлы-ролле уйындар ойошторолдо. Мәҫәлән: "Автобуста сәйәхәт", " Лото", "Юл билдәләре". Шулай уҡ, " Светофор", "Юл аша үтеү тәртибе" темаларына әңгәмә уткәрелде. Балалар уйындар аша юл ҡәғиҙәләре һәм билдәләре менән танышыуҙы дауам иттеләр. Уйындарҙа йәйәүле, пассажир, шофёр ролендә уйнанылар. Үҙ белемдәрен йомаҡтар, һорауҙарға яуап биреп нығыттылар.
Урамда үҙеңде тотоу ҡәғиҙәләрен күҙаллауҙарын киңәйттеләр.
Ата -әсәләр өсөн юл ҡәғиҙәләрен теүәл үтәүгә һәм яуаплылыҡ тойоуға саҡырған плакаттар һәм иҫкәртмәләр эшләп таратылды.
Балаларға саф һауала "Йәйәүле һәм автомобиль " хәрәкәтле уйыны үткәрелде.
. . |