Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 26.04.2024, 14:03

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 1
Пользователей: 1
akbuzat
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Год науки и технологий

План мероприятий по проведению Года науки и технологий

12 апрель - Бөтә Донъя авиация һәм Космонавтар көнө билдәләнә.Теүәл 60 йыл элек беренсе булып космосҡа Юрий Гагарин сәйәхәт ҡыла.Беҙ был иҫтәлекле датаны иҫләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ. Ошо данлыҡлы көнгә ҡарата “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында төрлө асыҡ саралар, дәрестәр үткәрелде.Балалар тылсымлы экран ярҙамында төрлө планеталарҙы өйрәнделәр, шиғырҙар һөйләнеләр, күңелле уйындар уйнанылар, космос тураһында фәһемле йәнһүрәт ҡаранылар.Байрамға тәрбиәләнеүселәрҙең “Йондоҙҙар” бейеүе тик дәрт өҫтәне.

      

12 апрель бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө билдәләнде.Өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәр: Тулыбаева Г.Ғ, Иҙрисова Р.Х, Солтанова Ф.Ә) лә был саранан ситтә ҡалманы.Тәүге йыһангир Ю.Гагарин, йондоҙҙар, планеталар тураһында белешмәләр алдылар, шиғырҙар ятланылар, шулай уҡ ҡағыҙҙан ракета эшләп, һүрәткә төшөрөп ҡыуандылар.

22 мартта бар кешелек Бөтә донъя һыу көнөн билдәләй. Ул 1993 йылда БМО - ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫланған.
Ошо айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо (Ә.Ш. Хәсәнова, Ә.Ә.Ташбулатова). Балаларға "Һыуҙың файҙаһы" темаһына әңгәмә, эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса "Төҫлө һыу", " Ҡар һәм һыу" тәжрибәләре үткәрелде. Был көндө кескәйҙәр Ф. Акбулатованың "Тамсыҡай", Г. Юнысованың "Гөрләүектәр" исемле шиғырҙары менән таныштылар. "Таҙа ҡулдар" тип исемләнгән гигиена күнекмәләрендә нығытып киттеләр.
Шулай итеп, балаларға кесе йәштән һыуҙың тәбиғәттә, кешенең көнкүрешендә булған әһәмиәте һәм уның бөтә ер шарындағы тереклектең йәшәү сығанағы булыуы тураһында төшөнсәләрҙе камиллаштырыу маҡсатыбыҙҙың береһе булып торҙо.

 

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024