Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВторник, 30.04.2024, 01:01

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

2 апрель көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмөндә ата-әсәләр йыйылышы булып үтте. Көн тәртибендә мөһим һорауҙар ҡаралған ине. Тәрбиәсе Ҡолмөхәмәтова Р. И. "Беҙ мәктәпкә барабыҙ!" тигән тема буйынса әңгәмә ойошторҙо. "Мәктәпкә әҙерлек - ул баланың билдәле бер кимәлдәге белеме генә түгел, ә уның физик һәм психологик яҡтан да мәктәпкә әҙерлеге" - тип һүҙен башланы. Балала мәктәпкә барыу мотивацияһын булдырыу мөһим: уның яңылыҡҡа ынтылышы, ҡыҙыҡһыныуы, һәр нәмәне аңларға тырышыуы, түҙемлелеге, иғтибар һәм ихтыяр көсө кеүек сифаттар тәрбиәләнергә тейеш, тип сығышын дауам итте. Аң-зиһен, уйлау, фекерләү ҡеүәһен арттырыу буйынса кәңәштәр биреп үтте, балаларҙың хәтерен нығытыу буйынса һ. б. эштәр алып барырға тәҡдим итте. Шулай итеп, әгәр ҙә бала тейешле кимәлдәге әҙерлек менән мәктәпкә сыға икән, уның уңышлы ғына уҡып китеүенә шик ҡалмай тип, сығышын тамамланы.
Икенсе һорау буйынса уҡытыусы-логопед Ниғәмәтова А. И. "Етенсе йәштәге балаларҙың телмәр үҫеше" темаһына сығыш яһаны. "Быйылғы уҡыу йылында 8 бала мәктәпкә барыуы, балаларҙың телмәре тейешенсә үҫтерелеүе, артабан, ата-әсәләргә һәр баланың өңөнә, бәйләнешле телмәрҙәренә иғтибар итеү эштәрен туҡтатмауҙы һораны. Шулай уҡ, төркөм балалары менән ПМПК комиссияһын үтеүҙә уңыштар теләп, һүҙен тамамланы. Киләһе һорау буйынса тәрбиәсе Ташбулатова Ә. Ә. Һөйләп үтте. Ул, ата-әсәләргә "Балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеү -беҙҙең бурыс" икәнлеген бәйән итте. Ул сығышында балаларҙың газ, электр ҡорамалдары менән һаҡ эш итергә, сит-ят кешеләр менән аралашмаҫҡа, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы. Шулай уҡ, урамдағы берәҙәк эттәрҙән, талпандан һ.б. һаҡ булырға, ғомүмән, тирә-йүнгә иғтибарлы булырға, балалар менән ошо темаға өйҙә лә һөйләшергә тәҡдим итте. Файҙалы кәңәштәр менән буклеттар таратып үтте. Артабан йыйылышта сығарылыш иртәлеге, балаларҙың көн ҡалдырмау йөрөүҙәре, проект эшен йомғаҡлау, һ.б. төрлө һорауҙар менән сорналып барҙы. Шулай итеп, ата- әсәләр, балаларҙың төркөм тормошо менән танышып, йомғаҡтар яһап, киләсәккә маҡсаттар ҡуйып таралышты.

   

Просмотров: 13 | Добавил: akbuzat | Дата: 03.04.2024 | Комментарии (0)

Республика кимәлендә "Аманат" журналы "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә "Ҡоштарға - тағараҡтар" тип исемләнгән конкурс үткәрҙе. Конкурс ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ярҙам итеүгә теләк булдырыу маҡсатында ойошторолғайны.
Был конкурста Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Жумагулов Марат (тәрбиәсеһе Ташбулатова Ә. Ә.) икенсе урын яуланы һәм Рәхмәт кәлимәһе менән бүләкләнде, ә Ҡаһарманова Эмилия менән Әбүбәкиров Азамат ҡатнашыусы тигән сертификат алдылар.
Афарин, балалар! Ҡотлайбыҙ.
Ташбулатова Әлфиә

   

Просмотров: 12 | Добавил: akbuzat | Дата: 03.04.2024 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024