21 апрель “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы физик тәрбиә биреү инструкторы Дилара Урал ҡыҙы Еникееваға юғары профессионаллеге һәм Ҡырым Республикаһында Сибай ҡалаһы балаларының ялын ойштороу буйынса эшкә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы менән наградланды. Ҙур баһа менән балалар баҡсаһы коллективы исеменән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә тағы ла юғары үрҙәр яулап тырышып эшләргә яҙһын. Афарин!