2019 йыл 30 май көнө иртә йәштәге кескәйҙәр төркөмө тәрбиәселәре Ташбулатова Ә.Ә., Хәсәнова Ә.Ш. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Күңелле майҙансыҡ” исемле проект эше йомғаҡланды. Был йәһәттән ата – әсәләр ярҙамы менән йыһазландырылған майҙансыҡта “Башҡортостан буйлап сәйәхәт” исемле күңел асыу сараһы ойошторолдо. Башҡортостан темаһына арналған ҡыҙыҡлы һорауҙар, мәғлүмәттәр, уйындар бөтәһе өсөн дә бик фәһемле булды. Байрам аҙағында иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары һәм миҙалдар тапшырылды.