10 сентябрь баҡсабыҙҙа “Һаҡ булығыҙ, Белмәҫйән!” исемле детектив – ваҡиға театр тамашаһы үтте. Театр әртистәре Белмәҫйән һәм уҡытыусы балаларға юл хәүефһеҙлеге буйынса уйындар (“Юл билдәләрен беләһеңме?”, “Светофор”) уйнатһалар , ә инде темаға ҡағылышлы күңелле фокустар юл ҡағиҙәләре буйынса балаларҙың күңелендә яҡшы тәъҫораттар ҡалдырҙы.