Көҙ айҙарын тағы ла йәмләндереп 12 сентябрь “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында шаулап-гөрләп Юл хәүефһеҙлеге буйынса ҙур сара үтте.Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәтен һаҡлау буйынса инспектор Әбүбәкиров Радик Мөхәмәт улы балаларҙы юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, флейкерҙарға аңлатма биреп үтте. Ул алып килгән мауыҡтырғыс уйындар балаларҙың күңеленә хуш килде. Балалар өсөн иң ҡыҙығы инде ДПС машинаһы менән танышыу булды.Ошондай күңелле һәм фәһемле сара өсөн Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәтен һаҡлау буйынса инспекторҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Алдағы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!