Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 11.05.2024, 10:24

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Ҡоштарға ашхана астыҡ,

Һалдыҡ бойҙай, көнбағыш.

Аслыҡтан интекмәй ҡышын

Килеп ашаһын һәр ҡош.

Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ҡыш көнө беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бигерәктә ауыр. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы сатлама һыуыҡтан һаҡлау, уларға аҙыҡ табырға ярҙам итеү маҡсаты менән кескәйҙәр төркөмө балалары (тәрбиәсеһе Ташбулатова Ә.Ә.) ата – әсәләре менән берлектә “Ҡоштарҙы ашат!” исемле акция үткәрҙе. Ата – әсәләр ҡоштар өсөн ниндәй генә “ашханалар” эшләп алып килмәне? Балалар менән тағараҡтарҙы уйын майҙансығына алып сығып ағастарға элделәр һәм ҡоштарға аҙыҡтар һалдылар. Балалар кесе йәштән үк тәбиғәтте яратырға, һаҡларға кәрәклеген аңлап үҫәләр.

  

Просмотров: 187 | Добавил: Hobit | Дата: 14.02.2020 | Комментарии (0)

13 февраль көнө балалар баҡсаһында ата – әсәләр араһында шашка буйынса турнир үткәрелде. Ойоштороусыһы тәрбиәсе Асылбаева Мәүлидә Әхмәт ҡыҙы. Ул бер нисә йыл рәттән балаларға өҫтәлмә белем биреү буйынса “Тылсымлы шаҡмаҡтар” тип исемләнгән түңәрәк эшен етәкләй. Турнирға һәр төркөмдән иң оҫта 20 уйынсы йыйылып көс һынашты. Уйын бик ҡыҙыҡ һәм көсөргәнешле барҙы. Финалға өс уйынсы сыҡты: Вәхитов Вадим Ильфат улы – 3 - сө урын, Афлятунова Айһылыу Әҡсән ҡыҙы – 2 – се урын, Раҡаев Ильнур Әхмәт улы – 1 - се урынды яуланы. Бөтә ҡатнашҡан ата - әсәләргә лә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Ата- әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, гел шулай балалар баҡсаһында үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, ҡайнап йәшәһендәр.

  

Просмотров: 222 | Добавил: Hobit | Дата: 14.02.2020 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Февраль 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
242526272829
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024