#музейкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Йыл һайын 18 май көнө музей хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ысынлап та, музей - үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан торғанын балалар баҡсаһының "Йәйғор" төркөмө тәрбиәселәре һәм ата - әсәләре иҫтән сығармайбыҙ. Йыш ҡына балалар менән Сибай ҡалаһының тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейында ҡунаҡта булабыҙ.