Баҡса менән һаубуллашыу көнө Ул ғәжәйеп моңһоу, һағышлы Шундай көн был - оло байрам үҙе Үҙгәртә лә ҡуя яҙмышты. Беҙ бөгөн "Толпар" төркөмөнең иң аҡыллы, иң тәртипле ҡыҙҙарын Сабитова Самира менән Ахметова Зилиәне мәктәпкә белем алырға оҙатабыҙ. Тырыш булығыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ. Һеҙгә тик яҡты нурҙарға ғына сорналған бәхетле, сәләмәт, уңышлы, тыныс киләсәк теләйбеҙ!!!!