#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
#Алтынкөҙ
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Ҡыңғырау" төркөмө тәрбиәләнеүселәре "Көҙһылыу" аҙналығында көҙ миҙгеленең матурлығы, үҙенсәлектәре менән танышыуҙы дауам иттеләр. Темаға арнап үткәрелгән белем биреү эшмәкәрлектәрендә балалар көҙгө ағасты һүрәтләнеләр, көҙ тураһында һынамыштар, йомаҡтар, шиғырҙар матур йырҙар менән таныштылар.
Бигерәктә "Көҙҙөң биҙәктәре" исемле ҡул эштәре күргәҙмәһендә балалар атай, әсәйҙәре менән бик ихлас ҡатнаштылар. Күргәҙмә материалдарын әзерләү балаларға көҙ миҙгеленә ҡыҙыҡһыныу, ҡул эштәренә һөйөү тәрбиәләй.
|