#Аҡбуҙат балалар баҡсаһы
#Мин юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре яҡлы
Юлда йөрөһәң, бул өлгөр!
Юл ҡағиҙәләрен ныҡ бел!
Светофорҙың һәр бер төҫөн,
Юлдың билдәләрен бел!
Ошо көндәрҙә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында “Юл билдәләре һәм ҡағиҙәләре иленә сәйәхәт” тип исемләнгән сара үткәрелде. Был сарала тәрбиәселәр (Ҡоломбәтова Ф.Ш., Сабитова Э.М. һәм музыка етәксеһе ҠунаҡбаеваГ.Р.) төрлө уйындар аша балаларҙың иғтибарын үҫтерҙеләр, шулай уҡ урамда, юлда һәм транспортта үҙен дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен нығыттылар. Балалар алған белемдәрен урамда, юлда йөрөгәндә дөрөҫ итеп ҡулланырҙар тип ышанып ҡалабыҙ.