#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
#Бөтәдоньятаҙаҡулдаркөнө
#15октября:ВсемирныйДеньчистыхрук
"Бала үҫтереү үҙәге - "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә (тәрбиәселәр Ә. Ә. Ташбулатова, Ә. Ш. Хәсәнова) "Ҡулдарҙың таҙалығы - сәләмәтлектең билдәһе" исемле сара үткәрелде. Ҡулдарҙы йыуыу сараһының төп маҡсаты балаларҙы кесе йәштән ҡулдарҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп һабын менән йыуыуға ылыҡтырыу. Тап ошо ысул бөгөнгө көндә бөтә донъяны хәүефкә һалған коронавирус кеүек инфекцион ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн эффектлы һәм арзанлыһы иҫәпләнә.
Балаларға төрлө уйындар, әңгәмәләр аша таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә һөйөү, гигиеник күнекмәләрҙе теүәл үтәү ҡағиҙәләрен нығыттылар.
|