#15январяДеньЗимующихПтиц
#ДетскийсадАкбузат
15 ғинуар Халыҡ - ара Ҡышлаусы ҡоштар көнө билдәләнә. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Толпар" төркөмө балалары ла был саранан ситтә ҡалманы. Балалар ҡышлаусы ҡоштар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡып ҡыш миҙгеле улар өсөн бик ауыр икәнен белделәр. Ҡоштарға ауыр ваҡытта ярҙам итеү өсөн ата-әсәләр менән берлектә уларға тағараҡ эшләп элделәр. Ҡанатлы дуҫтар беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләп кенә ҡалмай, кешеләргә ифрат ҙур файҙа ла килтерә. Шуға күрә уларҙы һаҡларға кәрәк.