Башҡорттарихыйылы
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан, 2021 йыл, республикала "Башҡорт тарихы йылы" тип иғлан ителгәйне. Ошо датаға арнап ҡаланың балалар баҡсалары араһында "Балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең тарихи биттәре" тип исемләнгән конкурс уҙғарылды. Был конкурс башҡорт төркөмдәренең асылыу тарихына күҙ һалырға, милли төркөмдәрҙә эшләүсе тәүге тәрбиәселәрҙе иҫкә алырға мөмкинселек бирҙе. Коллектив архивта эҙләнеп, тарихты бер урынға туплап, бай йөкмәткеле альбом һәм документаль фильм әҙерләне.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы Гран - при яуланы!!! Коллегаларымды ошо Еңеү менән ҡотлайым!!! Афарин Аҡбуҙаттар!!
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, хөрмәтле милләттәштәр! Киләһе быуынға васыят итеп ҡалдырайыҡ!