Һәр кеше Яңы йыл байрамын һағынып көтөп ала. “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы кескәйҙәре лә ошо байрамды түҙемһеҙлек менән көттөләр.Байрам ҡунағы шыршыҡай тирәләп күңелле йырҙар йырланылар, һағынып көткән Ҡыш бабайға әҙерләгән һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Ә инде бына Яңы йыл байрамын йәмләп, балаларҙың күңелдәрен күтәреп ҡунаҡҡа килгән төрлө әкиәт геройҙары менән кескәйҙәр дәртле уйындар уйнап, ял иттеләр.
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлай.Яңы йыл мөбәрәк булһын! Барығыҙға ла яңы уңыштар, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
|