«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында «Русские шашки» буйынса турнир үткәрелде. Турнирҙа 5-6 йәшлектәр араһында 8 бала ҡатнашып Загидуллина Сажидә еңеүсе тип табылһа, ә инде 6-7 йәшлектәр араһында 12 бала ҡатнашып еңеүҙе Ахметов Батыр яуланы. Балаларға артабан да шашки уйынына ҡыҙыҡһыныуҙарын юғалтмай уйнауҙарын теләп һәр балаға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.