#профилактическаяакция
#ВниманиеДети
#ЯратамПДД
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Република кимәлендә балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, алдағы көндәрҙә лә уларға юл ҡуймау маҡсатында, 21 марттан «Иғтибар – балалар!» иҫкәртеү сараһы иғлан ителде. Балаларҙа һаулыҡ һәм хәүефһеҙлек тураһындағы күҙаллауҙарын, юл ҡағиҙәләре һәм юлда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһындағы белемдәрен камиллаштырыу, тормошта ҡулланыу, транспорт төрҙәре тураһында белемдәрен нығытыу
маҡсатында "Бәпембә" мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән дә "Юлдағы дуҫтар!" исемле күңел асыу сараһы үткәрелде. Балалар юл билдәләре, юлда йөрөү ҡағиҙәләре тураһында белемдәрен нығыттылар, «Светофорҙы төҙө», «Юл билдәләрен өлөштәрҙән йый», "Транспорт төрөн айырып һал" һәм башҡа уйындар уйнап үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр.
Буратиноның килеүе байрамға йәм өҫтәне.
|