Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 05.05.2024, 19:09

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Мәктәпкәсә тәрбиә биреү системаһында бала шәхесен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Стандарт талаптарына ярашлы - төп принциптарҙың береһе булып төрлө эшмәкәрлектәрҙә баланың тирә-йүнде танып белеү үҫешен, ижади әүҙемлеген, фекер йөрөтә белеү һәләтен,  ҡыҙыҡһыныуын формалаштырыу тора. Ә тирә-йүнде танып белеү үҫешенең бер йүнәлеше булып  балаларға башланғыс ябай математик  төшөнсәләр биреү.  Был баланы һанарға, үлсәргә, ябай  арифметик мәсьәләләр сисергә өйрәтергә генә кәрәк тигәнде аңлатмай. Был күнекмәләрҙән тыш балала тирә – йүндәге үҙгәрештәрҙе күрә белеү, улар араһында бәйләнештәр булдырыу, танып белеүҙә эҙләнеү эшмәкәрлеге үҫеше һәләтен формалаштырыуға булышлыҡ итеү мөһим.  Ошоно иҫәптә тотоп балалар баҡсаһының телмәр төҙәтеү төркөмөндә бер нисә йыл рәттән 6 - 7 йәшлек балалар менән эшләп килгән тәжрибәле, юғары категроиялы тәрбиәсе Асылбаева Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы ҡала кимәлендәМәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ябай математик төшөнсәләрен үҫтереүҙә моделдәр ҡулланыу" темаһы буйынса педагогик эш  тәжрибәһе менән уртаҡлашты.  Ҡаланың башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәргә нисек итеп математик моделдәр баланың дөйөм үҫешенә йоғонто яһай, танып белеүгә ҡыҙыҡһыныуын, аралашыу һәләтен үҫтерә,   балалар төрлө график, схемалар менән моделдәр төҙөргә һәм ҡулланырға өйрәнә һ.б. ошондай һорауҙар тәрбиәселәр өсөн  бик фәһемле булды. Тәрбиәселәргә бик бай күргәҙмә әҙерләнде. Материалдарын туплап методик ҡулланма сығарыуҙарын һоранылар.

      

 

 

 

Просмотров: 83 | Добавил: akbuzat | Дата: 28.04.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Апрель 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024