#Космонавтикакөнө #12апрель #Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы 12 апрель - бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө. Шул уңайҙан өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәр Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.) йыһан, планеталар, тәүге йыһангирҙәр тураһында мәғлүмәттәр алдылар. Ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар, темаға ярашлы альбомдар, энциклопедиялар ҡаранылар. Һүрәт төшөрҙөләр һәм пластилиндан ракеталар эшләп ҡыуандылар.