Мәктәпкәсә тәрбиә биреү системаһында бала шәхесен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Стандарт талаптарына ярашлы - төп принциптарҙың береһе булып төрлө эшмәкәрлектәрҙә баланың тирә-йүнде танып белеү үҫешен, ижади әүҙемлеген, фекер йөрөтә белеү һәләтен, ҡыҙыҡһыныуын формалаштырыу тора. Ә тирә-йүнде танып белеү үҫешенең бер йүнәлеше булып балаларға башланғыс ябай математик төшөнсәләр биреү. Был баланы һанарға, үлсәргә, ябай арифметик мәсьәләләр сисергә өйрәтергә генә кәрәк тигәнде аңлатмай. Был күнекмәләрҙән тыш балала тирә – йүндәге үҙгәрештәрҙе күрә белеү, улар араһында бәйләнештәр булдырыу, танып белеүҙә эҙләнеү эшмәкәрлеге үҫеше һәләтен формалаштырыуға булышлыҡ итеү мөһим. Ошоно иҫәптә тотоп балалар баҡсаһының телмәр төҙәтеү төркөмөндә бер нисә йыл рәттән 6 - 7 йәшлек балалар менән эшләп килгән тәжрибәле, юғары категроиялы тәрбиәсе Асылбаева Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы ҡала кимәлендә “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ябай математик төшөнсәләрен үҫтереүҙә моделдәр ҡулланыу" темаһы буйынса педагогик эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ҡаланың башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәргә нисек итеп математик моделдәр баланың дөйөм үҫешенә йоғонто яһай, танып белеүгә ҡыҙыҡһыныуын, аралашыу һәләтен үҫтерә, балалар төрлө график, схемалар менән моделдәр төҙөргә һәм ҡулланырға өйрәнә һ.б. ошондай һорауҙар тәрбиәселәр өсөн бик фәһемле булды. Тәрбиәселәргә бик бай күргәҙмә әҙерләнде. Материалдарын туплап методик ҡулланма сығарыуҙарын һоранылар.
|