Билдәле булыуынса, йыл да уҡыу йылы аҙағында һәләтле, уҡыу спорт алдынғылары, төрлө конкурс, олимпиада еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы ойошторола. Быйылғы уҡыу йылы уңғандарын 2022 йылдың 20 май көнө “Балалар ижады үҙәгендә” байрам сараһында тәбрикләп үттеләр. Шуныһы мөһим, “Һәләтле балалар слеты-2022“ сараһында Аҡбуҙат балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Зиннуров Арсландың да ҡатнашыуы ҙур ҡыуаныс һәм оло мәртәбә. Әйтергә кәрәк, Арслан - “ Беҙ Гагаринсылар! ” республика кимәлендәге олипиадала һүрәт төшөрөү йүнәлеше буйынса призер. Уның “Йыһан киңлегендә” исемле һүрәте жюри тарафынан юғары баһаланды. Арсланды был тәүге ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яуланған еңеү нигеҙендә уның ата-әсәһе һәм, әлбиттә, тәрбиәсеһе Әлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Хәсәнованың әүҙем тырышлығы ята! Афарин! Артабан да Арсланға ҙур яңы үрҙәр һәм бейеклектәр яулауын теләйбеҙ!
|