Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 03.05.2024, 21:26

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

  •  
  • #Сығарылыш2022
    #АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
    Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлектәре тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға.
    27 май көнө балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә (тәрбиәселәр: Иҙрисова Р. Х., Тулыбаева Г. Ғ. ) сығарылыш иртәлеге булып үтте. 32 бала балалар баҡсаһы менән хушлашты. Һәр иртәлектә лә балалар үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп, ата – әсәләрҙе ҡыуандырҙылар, дәртле бейеүҙәре һәм моңһоу йырҙары менән һәр кемдең күңелен арбанылар.
    Традиция буйынса сығарылыш балаларын кескәйҙәр ҡотларға килделәр. Улар эстәлекле шиғырҙары менән байрамға сафлыҡ, матурлыҡ өҫтәнеләр.
    Ата-әсәләр балаларҙы ҡотлап иң изге теләктәрен теләнеләр, йыр бүләк иттеләр һәм бүләктәрен бирҙеләр.
    Балалар баҡсаһы мөдире, Иҙрисова Розалия Ғәлийән ҡыҙы, балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаты, тәрбиәләнеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
    Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ!

                                                                                              

Просмотров: 86 | Добавил: akbuzat | Дата: 27.05.2022 | Комментарии (0)

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында мәктәпкә әҙерлек телмәр төҙәтеү төркөмдәрендә “Йондоҙсоҡтар Белем илендә сәйәхәттә” тип исемләнгән Хушлашыу иртәлектәре үтте. Тәрбиәләнеүселәрҙе Белем илендә күңелле клоундар үҙҙәренең төрлө һынауҙары, дәртле уйындары, фәһемле мәсьәләләре менән ҡаршы алһалар, ә бына инде балалар тәрбиәселәр(Аҫылбаева М.Ә.,Юнысбаева Г.Ғ.,Ниғәмәтова А.И.,Ҡолмөхәмәтова Р.И.) һәм музыка етәксеһе(Ҡунаҡбаева Г.Р.) менән үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен, һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Бына шулай шаулап-гөрләп балаларыбыҙҙың мәктәпкәсә баласаҡтары тиҙ генә үтеп тә китте.Киләсәктә мәктәп һынауҙарын да еңел, уңышлы үтерҙәр тип ышанып ҡалабыҙ.
Бөгөн байрам барыбыҙ өсөн –
Хушлашыу мәле етте,
Һеҙгә уҡыусы булырға
Ваҡыт та килеп етте!
Беҙҙән һеҙгә теләктәр шул –
Бик тырышып уҡығыҙ,
Һеҙгә һаулыҡ, уңыш теләп
Ҙур юлға оҙатабыҙ!

      

Просмотров: 90 | Добавил: akbuzat | Дата: 27.05.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024