Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 04.05.2024, 04:10

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

08:30

Бөтә мәктәптәрҙә лә, балалар баҡсаларында ла  сығарылыш иртәлектәре, һуңғы ҡыңғырау  байрамдары яңғыраны. “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ла быйылғы уҡыу йылының һуңғы педсоветы үтте. “Һуңғы ҡыңғырау” тип исемләнгән эшлекле уйын формаһында үткәрелгән педсовет  педагогтар өсөн тантаналы, күңелле һәм  файҙалы  үтеп китте. Бөтә педагогтар сығарылыш  уҡыусылары (выпускники) булдылыр, ә балалар баҡсаһы мөдире Иҙрисова Р.Ғ. уҡытыусы  ролен үтәне. Ул  уҡыу йылының  һуңғы дәрестәрен иғлан итте:  биология, әҙәбиәт, психология, тормош һабаҡтары, математика, ОБЖ,  астрономия, класс сәғәте. Биология дәресендә сәскәләр темаһы йомғаҡлап ҡуйылды. Йыл буйына  балалар баҡсаһының ниндәй  ҡаҙаныштары булған, ниндәй еңеүҙәр яуланған һ.б. тураһында бөтә педагогтар үҙ эштәренә анализ яһанылар. Балаларға  белем-тәрбиә биреү  системаһының сифатлы булыуын тәьмин итеүҙә ниндәй   инновацион  технологиялар  ҡулланылған (уҡытыусы - логопед Уразбаева А.Ф.), балаларҙың физик үҫеше (физик тәрбиә биреү инструкторы Әлибаева Ә.Р.), һаулыҡ кимәленә анализ (шәфҡәт туташы Әминева Г.К.), иртә йәштәге кескәйҙәрҙең үҫеше (Солтанова Ф.Ә.), йәш ата-әсәләр клубының эше  (Рәмиева Г.С., Фәтхетдинова Ғ.Ф.), һәләтле балалар, музыкаль эшмәкәрлек  буйынса анализ (музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р.),  түңәрәк эштәре буйынса анализ яһанылар. “Әҙәбиәт” дәресендә  балалар баҡсаһында телмәр   үҫешенә анализ яһалды. Коррекция эштәре буйынса  – уҡытыусы – логопедтар (Аминева Р.И., Йылҡыбаева Г.Р.)  сығыш яһаны.   “Психология” дәресендә балаларҙың мәктәпкә әҙерлек кимәле  (педагог-психолог Аметова Р.М.,  Харисова М.Р.) тикшерелде.   “Тормош һабаҡтары” дәресендә  балалар баҡсаһының төп бурыстарының береһе булып тәрбиә биреү программаһына анализ яһалды.  “Математика”  дәресендә йыллыҡ бурыстарға ярашлы белем – тәрбиә биреү эштәренә анализ  яһалды (өлкән тәрбиәсе Харисова М.Р.). “Астрономия” дәресендә  яңы уҡыу йылына проект эш планыменән таныштырылды. “ОБЖ” дәресендә  йәйге һауыҡтырыу эш планы һәм йәй айҙарына инструктаж үткәрелде (хәүефһеҙлек буйынса инженер Ермакова Д.С., шәфҡәт туташы Әминева Г.К..  Класс сәғәтендә  уҡыу йылы һөҙөмтәһе буйынса педагогтарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Педагогик коллектвтың эшен  яҡшы  тип баһалап, киләһе уҡыу йылына  маҡсат һәм бурыстар  алынды.

         

 

           

 

Просмотров: 95 | Добавил: akbuzat | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024