Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 22:25

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Һаулыҡкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Күгәрсҽнтҽлмәртөҙәтҽүтөркөмө
Хәрәкәт ул – йөрөү атлап,
Хәрәкәт – барыу алға.
Хәрәкәт ул – елеү атта,
Хәрәкәт – менеү тауға.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - тип
Әйткән ололар бик хаҡ.
Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,
Йүгер, һикер, тәкмәс ат!

   

Просмотров: 60 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.09.2022 | Комментарии (0)

#ДеньНациональногоКостюма
#милликейемкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Башҡорт тигән милләт беҙ
Илаһи бер өммәт беҙ,
Ауыр юлдар үткәнбеҙ,
Дәүерҙәрҙе иңләп беҙ.
(Рәшит Шәкүр) Башҡортомдоң милли кейеме -шундай матур, шундай килешле! -тиҙәр, 
"Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмө балалары һәм тәрбиәселәре Ҡолмөхәмәтова Р.И.
Ниғәмәтова А.И. Ошо байрам айҡанлы, балалар милли кейемдә кейенеп килделәр һәм башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре ҡашмау, түшелдерек, сәсүрмес менән таныштылар, фотоальбом ҡаранылар, башҡорт милли уйындары "Йәшерәм яулыҡ", ""Күмер йөҙөк" уйындарын уйнанылар.

      

Просмотров: 75 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.09.2022 | Комментарии (0)

#Һаулыҡ көнө
#"Аҡбуҙат"балалар баҡсаһы
Балаларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә һаулыҡ көнө ойошторолдо.
Был көндө төрлө әңгәмәләр үткәрелде, һүрәт төшөрҙөләр, нәфис әҙәбиәт менән таныштылар һәм саф һауала күңелле старттар уйынын уйнап күңелдәрен күтәрҙеләр. Тәрбиәләнеүселәр өсөн был көн бик фәһемле һәм файҙалы булды.

   

Просмотров: 58 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.09.2022 | Комментарии (0)

# милликейемдәр
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
 9 сентябрь көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән берлектә "Милли кейемдәр көнө"нә сара ойошторолдо.  Сарала барышында балалар  "Йәшерәм яулыҡ", "Тирмә" уйыны, һүрәт төшөү ваҡытында милли кейемдәрҙе иҫтәренә төшөрҙөләр. Был көн балалар өсөн бик файҙалы һәм фәһемле булды.

   

Просмотров: 70 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.09.2022 | Комментарии (0)

#ДеньНациональногоКостюма
#милликейемкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын борон-борондан сағылдырып килгән ҡомартҡы ул.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Аҡсәскә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә байрамдан ситтә ҡалманы.

         

 

Просмотров: 72 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.09.2022 | Комментарии (0)

#МиллиКейемКөнө
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Милли кейем — ул һәр бер милләт халҡы мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, ҡиммәтле ҡомартҡыһы, милләт тарихы. Милли кейемдәрҙе ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар кеүек һаҡларға һәм быуындан быуынға тапшырырға кәрәк.
Балаларҙы милли кейемдәр менән таныштырыу , халҡыбыҙҙың милли сәнғәтенә, уның тарихына хөрмәт тәрбиәләү кескәй саҡтан алып барылһа беҙҙең тарихыбыҙ ҙа, мәҙәниәтебеҙҙә һаҡланыр һәм онотолмаҫ.Ошо маҡсат менән “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында милли кейемдәр көнө үтте. Педагогтар тәрбиәләнеүселәр менән төрлө фәһемле дәрестәр, уйындар һәм күргәҙмәләр ойошторҙолар. Ҡала кимәлендә үткәрелгән "Милли кейемдәр парады"нда ла әүҙем ҡатнаштылар.
"Милли кейемдәр көнө"ндә әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәйҙәргә, педагогтарға һәм инде беҙҙең кескәйҙәребеҙгә Афарин тип әйтәһе генә ҡала.
Байрам менән барығыҙҙыла. Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнәйек, уларҙы һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу беҙҙең изге бурысыбыҙ икәнлеген онотмайыҡ дуҫтар!

         

Просмотров: 71 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.09.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Сентябрь 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024