Байрамығыҙ ҡотло булһын,
Көҙөгөҙ муллыҡ бирһен,
Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын,
Ҡояштай балҡып торһон!
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре (Ҡунысбаева Л.Х., Иҙрисова Р.Х.) һәм музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәр менән берлектә Уңыш байрамы үткәрҙеләр.Ҡунаҡҡа килгән Болот менән төрлө уйындар уйнап ял итһәләр, ә инде Көҙһылыуға матур йырҙар,фәһемле шиғырҙар, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте кескәйҙәр, Уңышбикә алып килгән күстәнәстәр менән һыйландылар. Байрам бик күңелле булды, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
|