Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 10:14

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Әсәйҙәркөнө
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
"Толпар" төркөмөндә әсәйҙәр көнөнә “Әсәйем- яҡты ҡояшым” исемле күңел асыу сараһы үтте.. Балалар әсәйҙәр тураһында йырҙар йырланылар, бейенеләр, шиғырҙар һөйләнеләр.. Төрлө уйындар менән сара тулыландырылды. Балалар байрам сараһынан күтәренке кәйеф менән ҡайттылар.

         

Просмотров: 56 | Добавил: akbuzat | Дата: 26.11.2022 | Комментарии (0)

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Әсәйҙәркөнө
#Ҡояшҡайтөркөмө
Мин бәхетле - әсәйем бар
Мин бәхетле - ҡояшым бар
Ул йылмайып, көлөп тора
Зәңгәр күктән ер өҫтөнә
Алтын нурын һибеп тора.
Иртә йәштәге икенсе кескәйҙәр төркөмөндә (тәрбиәселәр: Солтанова Ф.Ә, Кәримова Н.Ә) Әсәйҙәр көнөнә арналған "Сәскәләр беҙҙә ҡунаҡта" тип аталған байрам сараһы ойошторолдо. Был сарала балалар йырланылар, бейенеләр, уйнанылар, әсәйҙәргә бүләктәр эшләп, ихлас күңелдән ҡотланылар.

Просмотров: 53 | Добавил: akbuzat | Дата: 26.11.2022 | Комментарии (0)

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Космонавтартөркөмө
#ӘсәйҙәркөнөӘсәйҙеяратам
Тағы гүзәлерәк таңдар
Уянһын тыуған ерҙә.
Әсәйҙәр ҡояш ғүмере
Теләйбеҙ бөгөн һеҙгә!
Әсәләр- тормоштоң тотҡаһы, юҡҡа ғына: "Ожмах-әсәләрҙең аяҡ аҫтында" тимәгән бит халыҡ.Уларҙың көндәлек эшен, хеҙмәтен күрәбеҙме икән? Уларҙы ихтирам һәм һөйөүгә сорнайбыҙмы? Балаларға бәләкәй саҡтан ошоларҙы төшөндөрөү бик кәрәк. Ошо маҡсат менән "Космонавтар" төркөмөндә лә (тәрбиәселәр: Тулыбаева Г.Ғ., Япанова Э.Ф., музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Р.А) "Әсәйем-ҡәҙерлем" исемле байрам сараһы үтеп китте. Балалар йырҙар йырланылар, уйындар уйнанылар, бейенеләр. Әсәйҙәргә бүләк тә әҙерләнеләр. Уларға булған һөйөүҙәрен, ихтирамдарын ошолай күрһәттеләр. Байрам менән, хөрмәтле әсәйҙәр!

         

Просмотров: 63 | Добавил: akbuzat | Дата: 26.11.2022 | Комментарии (0)

Әсәй...Ниндәй нәфис, ҡиммәтле, матур, күңелгә йылы биреүсе һүҙ. Һәр балаға үҙ әсәһе иң яҡшыһы, иң матуры, иң гүзәле, иң егәрлеһе, иң яғымлыһы, иң-иңдәрҙең береһе.
Әсәйҙәргә ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ, уға ярҙам итеү, һөйөү тойғоһон уятыу беҙҙең маҡсатыбыҙҙың береһе булып тора. Шуның өсөндә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Тейенкәй" төркөмөндә Әсәйҙәр көнө үткәрелде.
Балаларға төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо. Кескәйҙәргә төрлө әңгәмәләр үткәрелде, һүрәт төшөрҙөләр, нәфис әҙәбиәт менән таныштылар. Йомғаҡлау саралары ла балалар өсөн бик фәһемле,файҙалы һәм күңелле булды.

      

Просмотров: 61 | Добавил: akbuzat | Дата: 26.11.2022 | Комментарии (0)

Әсәй, әсәй - минең яҡты донъям,
ғүмер буйы балҡыр ҡояшым.
Һинең менән генә таяулымын,
Рухым ныҡлы, сая ҡарашым, – тип ғорурланалар “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм ошо маҡсат аҫтында педагогтар (Ҡунаҡбаева Г.Р., Ташбулатова Ә.Ә., Хасанова Ә.Ш., Юнысбаева Г.Ғ., Аҫылбаева М.Ә., Ҡунысбаева Л.Х., Иҙрисова Р.Х., Сафина З.З.,Абдуллина Р.Й.) менән берлектә Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам иртәлектәре үткәрҙеләр.Улар ҡәҙерле кешеләрен байрам менән ҡотлап төрлө йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм фәһемле шиғырҙар бүләк иттеләр.Ә инде байрамға килгән әкиәт геройҙары үҙҙәренең төрлө дәртле уйындары менән байрамға тик йәм өҫтәнеләр.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре барлыҡ әсәйҙәрҙе лә байрам менән ҡотларға ашыға.
Ҡотло булһын байрамығыҙ,
Тыныс булһын күңелегеҙ.
Йөҙөгөҙҙән яҡты ҡояш нуры,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.

            

Просмотров: 69 | Добавил: akbuzat | Дата: 26.11.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Ноябрь 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024