Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙының ижадына арналған "Бәхет ҡуласаһы" исемле шиғырҙы яттан һөйләү конкурсының икенсе туры ла үтеп китте. Ул бәйләнештә селтәрендә үткәрелде. Икенсе турҙа бөтә балалар баҡсаларынан 49 бала ҡатнашты. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының кескәйҙәре лә призлы урындарға өлгәштеләр. 2-4 йәшлектәр араһында Мөхәмәтҡужина Юлиә (етәксеһе - Йыһангирова Г.М.) "Ҡырмыҫҡа" шиғыры менән Гран-при яулаһа, 4-5 йәшлектәр араһында Ибраһимова Эвелина (етәксеһе - Кунсбава Л.Х.) "Шуҡ сысҡан" шиғыры менән 3-сө урын, ә 5-6 йәшлек балалар араһында Исламова Регина (етәксеһе - Ташбулатова Ә.Ә.) "Йәшелсә баҡсаһында" шиғыры менән шулай уҡ 3-сө урынға лайыҡ булдылар. Афарин, бәләкәстәр!