#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙерәне
Ҡарлы ел менән.
Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:
- Яңы йыл менән!
-Яңы йыл менән!
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының иртә йәштәге икенсе кескәйҙәр төркөмөндә (тәрбиәселәр: Солтанова Ф.Ә, Кәримова Н.Ә) "Ҡар бабайға ҡунаҡҡа" исемле Яңы йыл иртәлеге үтеп китте. Кескәйҙәр шыршы тирәләп Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар бабай менән төрлө уйындар уйнап, йырлап-бейеп күңел астылар. Шулай уҡ Ҡыш бабайға үҙ һөнәрҙәрен дә күрһәттеләр. Ә инде байрам аҙағында Ҡыш бабайҙан күстәнәстәр алып ҡыуандылар. Байрам барыһының да күңеленә хуш килде.
|