Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 05:34

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

15:14

6 декабрь көнө Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында ҡаланың башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре өсөн "Луллия балдаҡтарының балаларға файҙаһы" (Ташбулатова Ә. Ә.) , "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы социалләштереүҙә ҡурсаҡ терапияһын ҡулланыу" (Ҡолмөхәмәтова Р. И.) исемле әһәмиәтле семинар - практикум үтте. Сараға абруйлы ҡунаҡ - ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы Айсыуаҡова Рәсимә Фитрат ҡыҙы ла саҡырылды.
Бала саҡ уйындан, уйын бала саҡтан айырылғыһыҙ. Күп ваҡыт ололар уйынды бары тик күңел асыу сараһы тип кенә баһалаусан, ә балалар өсөн иһә ул - тотош бер донъя.
Луллия балдаҡтары һәм ҡурсаҡ терапияһы аша баланың логик фекерләүен, телдән һөйләү күнекмәләрен, сенсор , математик күҙаллауҙарын, шулай уҡ бәйләнешле телмәр үҫешен камиллаштырып була. Семинар - практикум барышында Луллия балдаҡтарының төҙөлөшө, уның менән нисек эш итергә аңлатып үтелде. Балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн йәш үҙенсәлектәренә ҡарап уйындар тәҡдим ителде, уйындарҙы дөрөҫ ойоштороу буйынса йүнәлештәр бирелде.
Ҡурсаҡ терапияһы ла балалар тәрбиәләүҙә эффектив ысулдарҙың береһе. Ҡурсаҡ - ул уйында партнер ғына түгел, ул ысын дуҫты ла алмаштыра. Сара барышында ҡунаҡтар менән төрлө ептәр ярҙамында сағыу ҡурсаҡтар эшләнелде, тәрбиәүи йәһәттән методик кәңәштәр бирелде.Сара тәжрибә уртаҡлашыу, үҙ-ара аралашыу, балалар тәрбиәләүҙә тыуған мәсъәләләрҙе хәл итеү яғынан бик отошло булды.

      

Просмотров: 21 | Добавил: akbuzat | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024