Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 13:24

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#городСибай
#детскийсадАкбузат
#Своихнебросаем
Коллектив детского сада"Акбузат"
продолжает принимать участие в сборе гуманитарной помощи для участников специальной военной операции.
Желаем ребятам крепкого здоровья, сил, терпения, поддержки близких людей и быстрого возвращения домой к родным!
В свою очередь, выражаем всему коллективу огромную благодарность за помощь!

      

Просмотров: 20 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#БашҡортТелеКөнө
#БашҡортТелендәҺөйләшәм
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы

Башҡорт телендә һөйләшәм
Йырлап торған матур тел.
Бар булған башҡа телдәрҙән
Әсә теле яҡын- шуны бел.
Ата-бабаларың һөйләшкән,
Аралашҡан ошо телдә,
Онотма туған телеңде-
Башҡорт милләтенән һин дә.

      

Просмотров: 22 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#Башҡорттелекөнө2023 #Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы #Телтураһындамәҡәлдәр Туған телгә һөйөү тәрбиәләү иң беренсе сиратта ғаиләнән башлана. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Аҡсәскә" телмәр төҙәтеү төркөмө ата - әсәләре ошо фекер менән килешәләр. Улар сабыйҙары менән башҡорт теле көнөнә тел тураһында мәҡәлдәр әйтештеләр. Әүҙем ҡатнашҡан ата - әсәләргә рәхмәтемде еткерәм. Уҡытыусы - логопед Юнысбаева Гөлсинә Ғөбәйт ҡыҙы

 

Просмотров: 26 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#БашҡортТелеКөнө
#БашҡортТелендәҺөйләшәм
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
#Тейенкәйтөркөмө
Башҡорт теле көнөнә арналған сарала Аҡбуҙат балалар баҡсаһының иртә йәштэге кескәйҙәр төркөмө бик әүҙем ҡатнашты (тәрбиәсе Айытҡолова З.В.)

         

Просмотров: 21 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#БашҡортТелеКөнө
#БашҡортТелендәҺөйләшәм
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының иң кескәй төркөмө тәрбиәланеүселәре педагогтар (Үҙәнбаева Н. С., Абдуллина Р. С.) менән берлектә башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау маҡсаты аҫтында төрлө саралар үткәрҙеләр, һүрәттәр ҡаранылар, әңгәмә алып барҙылар.

   

Просмотров: 23 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#БашҡортТелеКөнө
#БашҡортТелендәҺөйләшәм
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
14 декабрь – мәғрифәтсе – шағир М.Аҡмулланың тыуған көнө. Ошо көн , Башҡорт теле көнө тип билдәләнә. Башҡорт теле – ата – бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге. Тыуған телебеҙ халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсаты аҫтында “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында төрлө саралар үтте. Педагогтар (Ҡунаҡбаева Г.Р.,Сабитова Э.М.) тәрбиәләнеүселәр менән берлектә башҡорт теле, тыуған тел тураһында йырҙар йырланылар, уйындар уйнанылар, ауыҙ – тел ижадын иҫкә төшөрөп, төрлө мәҡәлдәр ҡабатланылар.
Үҙ телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау беҙҙең изге бурысыбыҙ икәнлеген онотмайыҡ дуҫтар!

         

Просмотров: 20 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#Башҡорттелекөнө2023
#Деньбашкирскогоязыка2023
#Башҡорттелекөнөменән
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Ғәзиз әсәбеҙҙәй ҡәҙерле, донъялағы иң матур һәм яғымлы телдәрҙең береһе ул башҡорт теле. Зәйнәб Биишева яҙғанса, "моң шишмәһе һандуғастай йырсы" ла ул, Рәми Ғарипов әйткәнсә, "көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла", - тиҙәр "Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм ата-әсәләре.

 

Просмотров: 22 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#Башҡорттелекөнө
#"Әсәмтеле-сәсәнтеле!"
#"Аҡбуҙат"балалар баҡсаһы
"Әсәм теле - сәсән теле!" девизы аҫтында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә башҡорт теле көнө үткәрелде. Балалар башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе - шағиры М.Аҡмулла менән таныштылар. Башҡорт халҡының "Йәшерәм яулыҡ", "Наза" уйындары аша күңелдәрен күтәрҙеләр. Был көн тәрбиәләнеүселәр өсөн бик тә фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үтте.
Үҙ телебеҙҙе һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәйек!

   

Просмотров: 21 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#БашҡортТелеКөнө
#ЯратамБашҡортТелен
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Ошо уңай менән "Аҡ сәскә " төркөмөндә лә башҡорт теленә һөйөү, башҡорт теленең бөйөклөгө, ғорурлығы тураһында белемдәрен киңәйттеләр, телебеҙҙе маҡтап шиғырҙар һөйләнеләр һәм мәҡәлдәр өйрәнделәр. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын!

      

Просмотров: 19 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#БашҡортТелеКөнө
#ЯратамБашҡортТелен
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
14 декабрь - Башҡорт теле көнө.
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.
Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр бала өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен.

 

Просмотров: 18 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

#БашҡортТелеКөнө
#Аҡбуҙатбаларбаҡсаһы
14декабрь- Башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан логопунктҡа йөрөгән балалар менән "Бал ҡорто Наҙлыҡай" исемле телмәр төҙәтеү дәресе үткәрелде. Дәрестә балалар башҡорт халҡының боронғо кәсеп- һөнәрҙәренең береһе - умартасылыҡ тураһында белем тупланылар. Бал ҡорто Наҙлыҡай менән бергә ҙ өнөнөң үҙенсәлектәрен, яңғырашын, дөрөҫ әйтелешен нығыттылар, ҙ өнөнөң һүҙҙә урынын билдәләнеләр, һүҙҙәргә өн анализы эшләнеләр, һүҙлек запасын байыттылар. Балаларға бигерәк тә "Умартасы" үҫтереүсе - интерактив уйыны оҡшаны.
Туған телебеҙгә ихтирамлы ҡарашта булайыҡ, уны һаҡлайыҡ һәм ҡәҙерләйек! Башҡорт теле көнө менән!
Уҡытыусы-логопед Уразбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы

   

Просмотров: 22 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024