#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы #ҠыҙылтүштәрКөнө #Аҡсәскәтөркөмө Ҡыҙылтүш. Түшен киреп, шыршыла Ҡыҙылтүшкәй ултыра. Тағараҡҡа килеп ҡунып, Уртына ем тултыра. 9 ғинуар - Ҡыҙылтүштәр көнө билдәләнә. Шул айҡанлы "Аҡсәскә" телмәр төҙәтеү төркөмөндә (уҡытыусы-логопед Юнысбаева Г. Ғ., тәрбиәсе Тулыбаева Г.Ғ.) балалар менән дәрес, уйын, әңгәмә ойошторолдо. Урман турғайы- ҡыҙылтүште Ҡыҙыл китапҡа индерелеүен белделәр. Ҡоштарға ярҙам итеү, уларҙы яҡлау һәм һаҡлау кәрәклеге тураһында белемдәрен камиллаштырҙылар. Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!