#ДНПК
#Фәнниғәмәликонференция
#Фәнгәтәүгеаҙымдар
Бөгөн 19 апрель көнө ҡала кимәлендә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында "Фәнгә тәүге аҙымдар" фәнни - ғәмәли конференцияһы үтте. Локаль этапта еңеүсе булған 16 йәш эҙләнеүсе "Ҡурай" балалар баҡсаһында осрашты. Конференция ла балалар йәш ғалимдәр ролендә булдылар һәм үҙҙәренең асыштары, күҙәтеүҙәре тураһында һөйләне, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Һәр бала үҙенең тәүге асыштарының әһәмиәтен тойҙо. Бөтә эштәрҙә айырым иғтибарға лайыҡ булды һәм тикшеренеүселәр маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Абубакиров Азамат (тәрбиәсеһе Ташбулатова Ә.Ә.) "Тайны необычного камня" тип исемләнгән тема менән сығыш яһаны һәм "йәш геолог" номинацияһы маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды! Афарин Азамат! Гел шулай тырыш, уңған булып ҡал! Уңыштар һиңә!
Ташбулатова Әлфиә
|