Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 18.05.2024, 16:30

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#ПатриотикТәрбиәБиреү  

#БеҙТыныслыҡөсөн 

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре, ата - әсәйҙәр һәм тәрбиәселәр (Сабитова Э.М.,Абдуллина Р.Й.) менән берлектә музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ғаилә йылына арнап "Булһын ерҙә тыныслыҡ!" тип исемләнгән ижади проект эше алып барҙы. Йомғаҡлау сараһы булып балаларҙа хәрби - патриотик тәрбиә биреү маҡсаты аҫтында байрам үтте. Күңел асыу сараһында кескәйҙәр атай - әсәйҙәре, тәрбиәселәре менән берлектә үҙ ҡулдары менән әрме темаһына китапсыҡтар әҙерләнеләр, байрам күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр, фәһемле шиғырҙар менән оҙатылып барҙы. Проект эшенең бер өлөшө булып торған ҡул эштәре күргәҙмәһе, тәҙрәләрҙе биҙәп торған ҡартатайҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәре тағы ла байрамға йәм өҫтәне. Байрам "Шайморатов - Генерал" флешмобы менән тамамланды.

Просмотров: 2 | Добавил: akbuzat | Дата: 16.05.2024 | Комментарии (0)

#Мыпомним
#Мыгордимся
#СпасибозаПобеду
#АкбузатдетскийсадСибай
#ПлетениеМаскировочныхсетей
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә.
Тик Еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә,
Уны яулап ҡаһармандар
Көрәште бергә.

      

Просмотров: 4 | Добавил: akbuzat | Дата: 09.05.2024 | Комментарии (0)

#Мыпомним
#Мыгордимся
#СпасибозаПобеду
#АкбузатдетскийсадСибай
#Минутамолчания
8 мая в 11 часов на всей территории Башкортостана по единому звуковому сопровождению стартовала общереспубликанская минута молчания.
Минута молчания — символ вечной народной памяти и скорби о жертвах фашизма, объединения поколений в неприятии агрессии и нацизма, защиты общечеловеческих ценностей.
Детский сад "Акбузат " присоединился к этой акции и провели мероприятие.

         

Просмотров: 4 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.05.2024 | Комментарии (0)

#Еңеүяҙы
#БөйөкВатанһуғышы
#ДеньПобеды
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
9 май - иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Йәш быуын өсөн ул - Хәтер көнө. Һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны ҡанлы фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ маҡсатында телмәр төҙәтеү төркөмөндә төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо. Балалар Еңеү көнөн данлап һүрәт төшөрҙөләр, әүәләнеләр, нәфис әҙәбиәт менән таныштылар. Шиғырҙар ятланылар. "Мәңгелек ут" һәйкәленә, музейға маҡсатлы экскурсияға барҙылар.
Яугирҙәрҙең батырлыҡтарын онотмай, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек.
Ташбулатова Әлфиә

         

Просмотров: 6 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.05.2024 | Комментарии (0)

#Мыпомним
#Мыгордимся
#СпасибозаПобеду
#АкбузатдетскийсадСибай
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә.
Тик Еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә,
Уны яулап ҡаһармандар
Көрәште бергә.
Бала үҫтереү үҙәге - "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында музыка эшмәкәрлеге буйынса Еңеү көнөнә арналған тематик дәрестәр, күңел асыу саралары үтте.Тәрбиәләнеүселәр байрамда төрлө йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, дәртле бейеүҙәр бейенеләр, уйындар уйнанылар.
9 Май – Еңеү көнө.Был дата бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны ҡанлы фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелеп, календарҙа ғына түгел, кешеләр күңелендә лә мәңге һаҡлана.

                  

Просмотров: 5 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.05.2024 | Комментарии (0)

#Мыпомним
#Мыгордимся
#СпасибозаПобеду
#АкбузатдетскийсадСибай
#Минутамолчания
В преддверии праздника, все собираются возле памятников, чтобы отдать дань уважения ветеранам, почтить память погибших.С этой целью воспитанники детского сада "Акбузат " были приглашены на международную акцию "Читаем детям о войне" сотрудниками библиотеки 5 города Сибай ( Ответственные :Тлявгулова А.В., Арсланова Р.М.) в парк Победы.

   

Просмотров: 6 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.05.2024 | Комментарии (0)

"Аманат" журналының "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә 2024 йылда үткәрелгән "Ҡоштарға - тағараҡтар!" конкурсында Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Жумагулов Марат (тәрбиәсеһе Ташбулатова Ә. Ә.) еңеүсе булды. Журналдың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин килеп рәхмәт кәлимәһе һәм китап, журналдар тапшырҙы.

Марат, афарин.

Ҡотлайбыҙ.

Просмотров: 7 | Добавил: akbuzat | Дата: 03.05.2024 | Комментарии (0)

#Янғынхәүефһеҙлеге
#Терроризмзаманабәләһе
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Баланы һаҡлау һәм яҡлау ғына түгел, ә уны төрлө ҡатмарлы, ә ҡайһы берҙә хәүефле тормош хәлдәренә әҙерләү маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә "Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре" һәм "Терроризм - замана бәләһе" темаларына ата - әсәләр йыйылышы үтте.
Балаларҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда , шуның өсөн артабан да ата - әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эште дауам итергә. Тик шул саҡта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, ти. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫебеҙҙән сығармайыҡ һәм үтәйек!

   

Просмотров: 5 | Добавил: akbuzat | Дата: 28.04.2024 | Комментарии (0)

#Сибайүҙәкҡалакитапханаһы
#Центральнаядетскаябиблиотека
26 апрель көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәр: Хәсәнова Ә. Ш., Сабитова Э. М.) китаптарға һаҡсыл ҡараш һәм ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында үҙәк ҡала китапханаһына экскурсияға барҙыҡ. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларҙы ихлас ҡаршы алдылар һәм китап донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылырға тәҡдим иттеләр. Сәйәхәт ваҡытында балалар китапханалағы тәртип, китап менән эш итеү ҡағиҙәләрен нығыттылар, кәштәләрҙәге китаптар, журналдар һәм энциклопедиялар менән таныштылар, шулай уҡ уҡыу залында сағыу журналдарҙы һәм йәнһүрәтте ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Сәйәхәт ҡыҙыҡлы, күңелле, фәһемле һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды.

      

Просмотров: 6 | Добавил: akbuzat | Дата: 28.04.2024 | Комментарии (0)

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант/#башдиктант2024

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортбалаларбаҡсаһынаняҙам

Башҡорт телендә аралашыу, тыуған телебеҙҙе онотмау, һәр беребеҙҙең изге бурысы икәнлеген оноторға ярамай. Башкорт телендә диктантына әүҙем ҡушылдыҡ.

Просмотров: 8 | Добавил: akbuzat | Дата: 27.04.2024 | Комментарии (0)

1 2 3 ... 65 66 »
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024