Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 05.05.2024, 14:35

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#ГТО
#Готовктрудуиобороне
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Ҡала кимәлендә үткәрелгән сараның төп маҡсаты – физкультураны һәм спортты пропагандалау һәм популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡушылыу булып торҙо.
Акбузат
балалар баҡсаһының иң әүҙем һәм спорт һөйөүсе балалар ГТО нормативтарын тапшырыу кеүек ҙур спорт ваҡиғаһынан ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәләр буйынса
Абубакиров Азамат 1 урын
Жумагулов Марат 3 урын яуланылар.
Афарин, балалар. Ҡотлайбыҙ.
Ташбулатова Әлфиә

   

Просмотров: 11 | Добавил: akbuzat | Дата: 02.04.2024 | Комментарии (0)

#Халыҡараҡоштаркөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Ҡоштар шатлыҡ хәбәрселәре. Йыл һайын улар беҙгә үҙ ҡанаттарында яҙҙы килтерә. Уларҙың моңло, күңелле, яңғырауыҡлы йырҙары, сағыу ҡауырһындары тәбиғәтте йәнләндерә, беҙгә дәрт һәм шатлыҡ өҫтәй.
Ошо көнгә арнап  "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә  сара үткәрелде. Балалар сараны йомғаҡлап, ҡанатлы дуҫтарҙы һаҡларға һәм улар хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә иттеләр. Был көн сағыу, ғәҙәти булмаған һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.

Просмотров: 9 | Добавил: akbuzat | Дата: 01.04.2024 | Комментарии (0)

#ҺаумыҺаумыӘкиәт

#МуниципальЭтап

#Сибай

#Акбуҙатбалаларбаҡсаһы

Бөгөн 29 март Сибай ҡалаһы "Ҡайынҡай " балалар баҡсаһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" регион-ара донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә йәш һөйләүселәрҙең ҡала кимәлендәге бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде һәм гала концерты уҙғарылды. Ошо конкурста беҙҙең "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Солтанов Ирхан "Яңғыҙ башҡарыусы" номинацияһында сығыш яһап, 3 урынға лайыҡ булды. Афарин! Ирханға артабан да яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ.

Просмотров: 13 | Добавил: akbuzat | Дата: 30.03.2024 | Комментарии (0)

#Уттытуҡтат
#Янғын хәүефһеҙлеге
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Янғын сәбәптәре, уларҙы профилактикалау буйынса "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә (тәрбиәселәр: Хәсәнова Ә. Ш., Абдуллина Р. Й.) "Беҙ - йәш янғын һүндереүселәр" күңел асыу сараһы үткәрелде. Сара барышында балалар янғын хәүефһеҙлеге иленә сәйәхәткә сыҡтылар. Сәйәхәт ваҡытында тәрбиәләнеүселәр  ни сәбәпле янғын килеп сыҡҡанын һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә икәнен асыҡлау, балаларға янғындан һаҡланыу сараларын, янғынды нисек һүндереп булыуына төшөндөләр. Сәйәхәт ваҡытында тәрбиәләнеүселәр ике командаға бүленеп көс һынаштылар.  Балалар өсөн был көн бик фәһемле һәм яуаплы булды.

Просмотров: 10 | Добавил: akbuzat | Дата: 30.03.2024 | Комментарии (0)

#"Уттытуҡтат!"
#Янғын хәүефһеҙлеге
#"Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#"Бәпембә"төркөмө

   

Просмотров: 10 | Добавил: akbuzat | Дата: 28.03.2024 | Комментарии (0)

#УттыТуҡтат
#ХәүефһеҙлекСаралары
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Янғын хәүефһеҙлеген профилактикалау айлығы нигеҙендә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә төрлө саралар ойошторолдо. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен нығытыу, янғын тураһындағы белемдәрҙе киңәйтеү һәм яуаплылыҡ, һаҡлыҡ тәрбиәләү маҡсатында әңгәмәләр үткәрелде. Шулай уҡ балалар нәфис әҙәбиәт, видеороликтәр, уйындар аша белемдәрен нығыттылар. Балалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәрҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

         

Просмотров: 10 | Добавил: akbuzat | Дата: 28.03.2024 | Комментарии (0)

#27март-Халыҡ-аратеатркөнө!
#"Аҡбуҙат"балаларбаҡсаһы
#"Бәпембә"төркөмө

   

Просмотров: 11 | Добавил: akbuzat | Дата: 27.03.2024 | Комментарии (0)

#Түңәрәкэше"Оҫтаҡулдар" #"Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы" #"Бәпембә"сәскәһе

   

Просмотров: 14 | Добавил: akbuzat | Дата: 26.03.2024 | Комментарии (0)

Берҙәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү.

Просмотров: 11 | Добавил: akbuzat | Дата: 22.03.2024 | Комментарии (0)

#Һаумыһаумыәкиәт

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы 

19 март көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләүселәр араһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының локаль этабы үтте. 

Был конкурс талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф - ғәҙәтен һаҡлау, әкиәтселәр үҫтереү, үҫеп килеүсе йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо (Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.).

Балалар сараның тәүге минутынан тылсымлы йомғаҡ ярҙамында әкиәт донъяһына сумдылар. Унда әкиәт иленең хужабикәһе (тәрбиәсе Сабитова Э. М.) ҡаршы алды. Әкиәт һөйләүселәр үҙҙәренең яратҡан әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙеләр. Конкурста төрлө йәштәге тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. 

Жюри ағзалары тарафынан еңеүселәр билдәләнде: 

3 - 5 йәшлектәр араһында Исламгулов Динислам -1 урын (Хәсәнова Ә. Ш.), Узякина Амалия - 2 урын, Гөбәйҙуллина Сафина - 3 урын (Солтанова Ф. Ә.).

5 - 7 йәшлектәр араһында Солтанов Ирхан - Гран - при (Кунсбаева Л. Х.), Ҡаһарманова Эмилия -1 урын, (Ташбулатова Ә. Ә.), 2 урын Сафина Милена (Тулыбаева Г. Г.), Харрасова Эмилия (Юнысова Г. Ғ.), 3 урын Әбүбәкиров Азамат (Ташбулатова Ә.Ә.), Исламгулов Рушан (Идрисова Р. Х.) яуланылар.

 Үткәрелгән был сара балалар өсөн бик файҙалы һәм фәһемле булды. Һәр ҡатнашыусы дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар. Киләсәктә тағы ла балаларға уңыштар теләйбеҙ. Әкиәт балаларҙың ысын дуҫы булып ҡалһын.

 

Ташбулатова Әлфиә

Просмотров: 12 | Добавил: akbuzat | Дата: 19.03.2024 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 5 ... 64 65 »
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024