8 апрель көндө “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында экология буйынса “Экодетство” тип исемләнгән бөтә Рәсәй олимпиадаһының локаль этабы үтте. Олимпиадала балалар баҡсаһынан 22 тәрбиәләнеүсе көс һынашты. Улар “Хайуандар донъяһы”, “Үҫемлектәр донъяһы”, “Йәнһеҙ тәбиғәт”, “Тәбиғәттә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре” темалары буйынса белемдәрен күрһәттеләр. Һөҙөмтәлә, Ямантаева Нәйлә (етәксеһе Ҡолмөхәмәтова Р.И.) еңеүсе булды, 2-се урында – Аҡбулатов Батыр (Йылҡыбаева Г.Р.),3 -сө урында – Такалов Искәндәр (Зөбәйерова Й.Ғ.) Ҡотлайбыҙ! Олимпиада ике йүнәлештән торҙо: методик өлөш һәм практик өлөш. Эш һөҙөмтәләре буйынса локаль этаптың Ойоштороу комитеты материалдарҙы региональ этапта ҡатнашыу өсөн артабан ебәрә. Уңыштар теләйбеҙ!
|